— Сыҡмай булмаҫ, сығып ҡарарға кәрәк, бот күтәреп көтөп буш ятһаң, ашарға килтереп бирмәҫтәр. Бына әле көн һалҡын тип иртә менән сыҡмаған булһам, бөгөн ни ашар инек? — тине.
Бәҙри самауыр янына барҙы. Уны бөтә көсө менән өргөләне лә: — Таш кергән самауыр, әле булһа ҡайнап сыҡмай, ни тиклем күмер кәрәк үҙенә, — тип сиртеп ҡараны. Улай-былай итеп ултыра торғас, самауыр ҡалтырай башланы. Тимәк, ҡайнаны. Әлеге өс мыҫ ҡал сәйҙе йыртып, ҡоршаулы кескенә ҡара сәйнүккә һалып ултыртып ҡуйҙы. Кескенә йыртыҡ ашъяулыҡты йәйеп, пар ярым сынаяҡты кил тереп ҡуйҙы. Бына, көткән рәхәттәре булған сәйҙе эсергә ултырҙылар. Бәҙри баяғы ике ҡаҙаҡ арыш икмәген ҡулына алып, ике ҙур ғына телем киҫте лә Шәриф алдына, бер телемде үҙ алдына ҡуйҙы. Был ваҡытта бөтәһенең күҙе шул ике ҡаҙаҡ икмәктә ине. Дүртенсе телемде киҫте лә, уртаға бүлеп, береһен Гөлйыһанға, яртыһын Хоҙайбирҙегә бирҙе. Ҡалғанын ни эшләтергә белмәй, ҡулында тотоп торған саҡта, Шәриф: — Етәр инде, телмә! Кис ашап ятырлыҡ ҡалһын, әллә бөгөн эш табып була, әллә юҡ, бар саҡта — бүреләй, юҡ саҡта — шүреләй торорға ярамаҫ, аҙыраҡ ҡыҫынҡыраҡ ашарға кәрәк, — тине. Хоҙайбирҙе, икмәкте ҡулына алғас, бик шатланып ашарға ла, ашамаҫҡа ла белмәй, арлы-бирле әйләндереп ҡараны һәм, бына минеке күберәк тигән төҫлө, Гөлйыһанға күрһәтте, күҙе янына ғына алып барып, икмәкте төҙәгән кеүек, ҡырынан ғына Гөлйыһанға ҡарай ине.
Бәҙри бер пар сынаяҡҡа сәй яһап, Шәриф алдына ҡуйҙы. Икенсе сынаяҡ аҫтына сәй яһап үҙе алып эсә башланы.
Әллә ҡайҙан алып ҡайтҡан бер киҫәк шәкәре иҫенә төшөп, ҡуйған еренән алды ла, икегә бүлеп, яртыһын Шәрифкә бирҙе. Ҡалған ярты һын тағы икегә бүлеп, яртыһын үҙе алды. Яртыһын тағы икегә бүлеп, береһен Гөлйыһанға, береһен Хоҙайбирҙегә бирҙе. Кескенә шәкәрҙе ҡулына эләктергәс, Хоҙайбирҙе бигерәк шатланды. Ни эшләргә бел мәй, аптырап бер аҙ торғас, үҙенә сәй эсергә нәүбәт еткәнсе, бер ҡағыҙ алып төрөп ҡуйҙы ла, Бәҙригә ҡарап: «Әсәй, мин сәйҙе был шәкәр менән эсермен, йәме!» — тип нығытып ҡуйҙы.
Шәриф, бер аяғын алға һуҙып ултырған хәлдә, бик кәйефләнеп, тамам шатлыҡ менән тирләп сәй эсте. Шәрифтең был ҡиәфәте уның ошондағыларға баш икәнен белдереп тора ине.
Сәй эсеп күңеле асылғас, ул үҙенең бөгөн нисек теге мәрйәнән, әйбер күтәреп барған өсөн, ун ике тин аҡса алғанын бик оҙон итеп тағы бер ҡабат ҡатынына һөйләне. Был һүҙҙәр менән ул, үҙенең мал таба торған кеше икәнен күрһәтергә теләй ине. Бәҙри ҙә һис бер ҡай ғыһыҙ, һәр эштәре етеш барған төҫлө иттереп сәй эсә, тубығы янында ятҡан икмәккә ҡарап-ҡарап ҡуя. Иренә яҡшы ғына яуаптар биреп, һин беҙгә ризыҡ табыусы, тигән төҫлө ҡарай ине.
182