Был ваҡытта Гөлйыһандың күлдәге таҙа ғына булып, итәге генә йыртылған. Сәсе тараҡ юҡлыҡтан таралмаған һәм сыбалып бөткән көйөнсә ике ҡулы менән тиҙ-тиҙ башын тырнап ала, ялан аяҡ көйөнсә мейес алдында тора ине.
Хоҙайбирҙенең ыштаны юҡ, ҡап-ҡара күлдәк кейгән, иҙеү бауы ысҡынған. Ике еңен һалындырып, ҡулдарын эскә тығып алған да, башын эйеп, бөгәрләнеп ултырған. Башының сәсен, үтмәҫ бәке менән алғанға күрә, тигеҙһеҙ булып тора. Уның өҫтөнә өс-дүрт урындан ҡутырлаған башының ҡанаған ерҙәренә ҡағыҙ йәбештерелгән ине. Аталарының, был нәмәләрҙе алып ҡайтҡанын күргәс тә, аслыҡтан ағарған йөҙҙәрендә шатлыҡ, эскә батҡан күҙҙәрендә тереклек әҫәре күренде. Улар аталары алып ҡайтҡан нәмәләр янына йүгереп килделәр һәм тотоп-тотоп ҡаранылар. Бәҙри: — Сабыр итеп тороғоҙ! — тип, икмәкте алып ҡуйҙы ла, үҙе сама уырҙы мейес алдына ултыртты. Яңы алып ҡайткан шырпыны асып, сыра яндырҙы ла, ҡалай самауырҙың эсенә һалып ебәрҙе. Шул ваҡытта инде Шәриф: — Был шырпыны һаҡлабыраҡ тот. Бик тиҙ бөтә, беләһең бит, был заманда аҡса табыуы бик уңай эш түгел. Әле лә, тырышлыҡ арҡаһында ғына тамаҡлыҡ аҡса таба алам, — тип ашарға табыусы үҙе генә икәнен белдереп ҡуйҙы.
Бәҙри: — Әлдә Алла ярҙам бирә әле, бөгөн бик һыуыҡ булғанға күрә, бер ҙә эш булмаҫ, ас торһаҡ та, өйҙә генә ятмай юҡҡа сығып китте, тип ҡайғырып тора инем, — тине. Шәриф: — һыуыҡ тип ас ятып булмай шул!..
Бәҙри: — Нисек бик тиҙ ҡайттың? Ни эш эшләнең?
Шәриф, эш таба торған кешеләр тауышы менән: — Бөгөн ҡар-фәлән яумағас, ҡар көрәтеүсе булманы, көн һалҡын булғанға, утын ярҙырырға эҙләүсе лә күренмәне. Бына шулай аптырап торғанда ғына, Алланың рәхмәте менән, бер мәрйә өмөт итмәгән ерҙән килеп сыҡты. Шуның әйберҙәрен күтәрешеп алып барған инем. Ун тин бирһә ярар ине тип торғанда, ун ике тин көмөш аҡса сығарҙы ла бирҙе. Был әйберҙәрҙе шул аҡсаға алып ҡайттым, — тине.
Шул ваҡытта Хоҙайбирҙе мейес башынан төштө лә, ялан аяҡ көйөнсә йүгереп тышҡа сығып китте. Ул кире кергәс, Шәриф: — Ниңә өйҙө һыуытып йөрөйһөң! Ҡуян аяғы ашаныңмы әллә? — тине һәм унан Бәҙригә ҡарап: — Тиҙерәк самауырыңды ҡайнат әле, сәй эсеп, тағы бер сығып ҡарарға кәрәк, берәр эш табылмаҫмы, бер бәхет асылһа асыла торған ул, өйҙә ятыу менән әллә ни булмаҫ! — тине. Бәҙри уны ебәрмәҫкә теләп: — Бөгөн бик һыуыҡ бит, инде сыҡмаһаң да ярар, — тип ҡараһа ла Шәриф уға ҡаршы төштө: 181