Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 18.

Әсәйем тағы ла һүҙ башлап: — Ҡайғырыуҙа ла файҙа юҡ, бер нәмә лә булмаҫ... Ул сығып кит­ кәндә, үҙегеҙ ҡайҙа инегеҙ һуң? Ҡыҙ кешене ҡараңҡырап торорға кәрәк ине, — тине. Хәмиҙә әбей күҙҙәрендәге йәштәрен яулыҡ осо менән һөртөп һәм бик ауыр көрһөнөп: — Нисек итеп гелән ҡарап тораһың? Ул балиғ булған — аҡылға ултырған бит инде. Уны бәйләп ҡуйырға быҙау түгел бит ул, беҙ уны һеҙгә инеп ултыра торғандыр тип уйланыҡ. Бер ваҡыт тауыш сыҡҡас, янғын сыҡҡанмы икән әллә тип, йүгереп сыҡһаҡ, уларҙы һырып алғайнылар. «Был нимә булды?» — тип һорауыбыҙға ҡаршы, Хәким малайы: «Ғәлимәгеҙҙе Закир менән тоттолар... Берҙән-бер ҡыҙығыҙҙы ҡарап тормайһығыҙ, уйнаш итеп йөрөй»... — тип, йөҙөбөҙгә бәрҙе, — тине лә, тағы ла иларға кереште.

Әсәйем дә, атайым да Хәмиҙә әбейҙе төрлө һүҙҙәр менән йы­ уатырға керештеләр, ләкин уларҙың һүҙҙәре Хәмиҙә әбейгә һис бер тәьҫир иткән кеүек күренмәй, ул һаман көрһөнә, уфлай, тағы ла һүҙ башлай: — Үҙ башына төшмәгән кеше белмәй шул... Бигерәк ауыр бит. Йә инде, ҡыҙың егет менән тотолһон әле? Был бит беҙҙең ауылда түгел, тирә-яҡта булған эш түгел. Атаһы бик ҡыҙыу, бик ғәрсел кеше, ҡайғыһынан бөгөн сәй ҙә эсмәне. «Хәҙер урамға сығып, кеше күҙенә күренер ерем ҡалманы. Ул яуыз күҙемә күренмәһен, өйөмә ҡайтып инмәһен!.. Бәреп үлтерермен!..» — ти. Шул һүҙҙәрҙән һуң тағы ла илай. Әсәйемдең дә күҙендә йәш бөртөктәре күренә. Әсәйем дә уфлап ҡуя. Шулай итеп, беҙҙең өй эсе, яңы ғына үлек сыҡҡан кеүек, хәсрәткә әйләнде. Ғәлимә апай ваҡиғаһы бөтәбеҙҙе лә ҡайғыға төшөрҙө.

IV Мин үҙебеҙҙең ҡапҡа төбөнә сыҡтым.

Бөтә ауыл шау-шыу килә... һәр кемдең ауыҙында шул. Төркөм- төркөм йыйылышып, шул турала һөйләйҙәр. Ауылда бер мунса яныуы, бер кеше үлеүе, берәй кешенең кәзә урлап һуйыуы ауылды аяҡҡа баҫтыра ине. Ләкин был эш уларҙан ҙур, бөтәһенән дә ҡурҡы­ ныс төҫ алған. Өйҙәренән сыға алырлыҡ кешеләрҙең: ҡарттары, йәш­ тәре, ирҙәре, ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағалары, өйөм-өйөм булып, һаман ошо турала ғына һөйләп, ахун хәҙрәт йортона ҡарай ағылалар. Тик минең атайым менән әсәйем, Хәмиҙә әбей менән Фәхри бабай ғына урамға сығырға оялып, ҡурҡып, өйҙәрендә ултыралар, тик уларға ғына бөгөн урам йөҙөн күреү насип түгел ине.

Мин ҡапҡа төбөндә генә ҡарап тороуыма ҡәнәғәт итмәй, урамға сыҡтым. Беҙҙең туранан үткән бер кеше, Фәхри бабайҙың өйөнә 19
Закрыть