сыбалып бөткән һаҡалына тама ла, боҙ булып ҡата. һалҡынлыҡҡа сыҙай алмай ҡалтырана, арлы-бирле йүгергеләп, әллә ниҙәр уйлап, эш көтә ине. Уның өйөндәге: «Атай нимә алып ҡайтыр икән?» — тип көтөп ултыра торған балалары иҫенә төшә. Нисек булһа ла бөгөн ашарлыҡ нәмә алып ҡайтҡыһы килә. Ул шулай, нәҡ яһап ҡуйғандай ярлы булып, эш көтөп тора ине.
Шәрифтең ярлы иптәштәре, һалҡынға сыҙай алмай, берәм-берәм ҡайта башланылар. Шәриф тә бик ҡайтыр, был һалҡында бер минут та тормаҫ ине. Ләкин өйҙә бер ҙә ашарға булмағас, бала-сағалары ас көйөнсә ҡалтырап көтөп ултырғас, нисек булһа ла берәр эш табып ҡайтыуҙы өмөт итә ине.
Иптәштәре таралып бөткәс, Шәриф бик шатланып: «Инде үҙем генә ҡалдым, бәлки берәр эш тура килер» — тип торған саҡта, бер рус ҡатыны Шәрифтең янына килеп: «Әйҙә, был әйберҙәрҙе күтәреп алып бар әле» — тине. Шәриф, Аллаға шөкөрҙәр ҡылып, ҡатындың әйбер- ҙәрен күтәреп алып китте.
Юлда барған саҡта ләззәтле хыял менән:«Был мәрйә ун тин бирерме икән? Әгәр ун тин бирһә, ике ҡаҙаҡ икмәк, һәм үҙемдең янымдағы бер тинде ҡушып өс мыҫҡал сәй алып ҡайтыр инем» — тип уйлай һәм рәхәтләнә ине. Ул, шулай ун бер тин аҡсаны ниндәй урынға тоторға кәрәк икәнен уйлап бара торғас, мәрйенең тора торған өйөнә барып та еттеләр. Өйгә кереп, әйберҙәрҙе иҙәнгә ҡуйғас, теге мәрйә сисенеп, кеҫәһенән ун ике тин аҡса алып Шәрифкә тотторҙо. Бына шатлыҡ! һис уйламағанда, ун ике тин аҡса бирҙе...
Шәриф, шатланыуынан ни эшләргә белмәй, өйгә ҡарай йүгерҙе. Ҡайтып барғанда, үҙҙәренә яҡын лавканан ике ҡаҙаҡ икмәк менән бер ҡап шырпы, өс мыҫҡал сәй алып ҡайтты. Тора торған кескенә фатиры ҡаланың ситендә булһа ла, ул бик тиҙ ҡайтып етте. Өйөнә барып кергән ваҡытта гүйә ҡатын, балаларына маҡтанған кеүек: «Бына атайығыҙ малды шулай таба ул, сыҡты иһә ала ла килә», — тигән төҫлө ҡултығындағы әйберҙәрҙе һике өҫтөнә бушатып ташланы. Үҙе бик ҙур бер бурыстан ҡотолған, өҫтән тау кеүек ауырлыҡты алып ташлаған кеше кеүек, сәкмәнен һалып, күлдәксән генә ҡалды.
Шәрифтең ҡатыны Бәҙриямал исемле булһа ла, ярлы булғанға күрә, Бәҙри йәки Бәҙрәш тип кенә йөрөтә торғандар ине.
Бәҙри, ул, Шәрифкә буйһоноусан һәм уның тормошона өйрәнгән, Шәрифте эшлекле, тип ышана торған ине. Оҙон ғына буйлы, ас яңаҡлы, күҙҙәре эскә батҡан, өмөтһөҙ генә бер сифатта ине.
Өҫтөнә кейгән күлдәгенең ике еңе аҡ, билдән юғары яғы ҡыҙыл, түбән яғы һарғылт, башына ураған, былтыр ураҡ ваҡытында алған, яулығы ҡып-ҡыҙыл булғанға күрә, ала кейемле тип әйтерлек ине. Быларҙың ике балаһы булып, береһенең исеме Гөлйыһан булып ете йәшендә, икенсеһе ир бала булып, Хоҙайбирҙе исемендә һәм дүрт йәшендә ине.
180