ике ҡулдарын бер-береһенә килтереп, ендәре эсенә тығып ҡуйғандар. Ҡулдарында бейәләйҙәре булғаны, өшөмәҫкә тырышып, ике ҡулды бер-береһенә шап-шоп иттереп һуғалар. Арлы-бирле йүгерәләр, бер- береһе менән көрәшеп, алышып та киткән булалар. Унан һуң: «Ә ҡорт саға!» — тип, тиҙ-тиҙ ҡолаҡ һәм морондарҙы ышҡыйҙар ине. һалҡынға ни саҡлы бирешмәҫкә, ысын ҡеүәттәре менән сыҙамлыҡ итергә тырыш һалар ҙа, һалҡынлыҡ быларҙы еңә, ҡалтырата, иң нескә ерҙәренә саҡлы барып, беҙ кеүек сәнсеп-сәнсеп ала ине. Өйҙәрендә сысҡан туйырлыҡ та ризыҡтары булмаған был ярлылар, эш ҡушыусылар килеп сығыуын өмөт итеп, бөгөнгә етерлек ашамлыҡ алып ҡайтып бала-сағаларын туйҙырыр өсөн шул 25—30 дәрәжә' һалҡында торалар ине. Ҡайҙа булһа ла бер үлем тигән кеүек, күҙ керпектәренә ҡар йәбешеп, һаҡал-мыйыҡ- тарына боҙ ҡатып, ҡалтырашып торған был ярлылар, үлер дәрәжәгә килгәнсе, нисек булһа ла, эш көттөләр. Ни саҡлы тилмереп көтһәләр ҙә, бик аҙ ғынаһына эш табыу насип булды.
Эш тапҡандары шатлыҡтарынан һикерә-һикерә китәләр, бында ҡалғандары, уға ҡыҙығып: «Беҙгә лә шулай эш табылһа, нисек рәхәт булыр ине», — тигән төҫлө ҡалалар ине. Ҡалғандары ни ҡәҙәр ҙур өмөт менән эш көтһәләр ҙә, бер ҙә эш табылманы. Кейемдәре берәр ҡат сәк мән менән иҫке генә бишмәттән торған был ярлылар, көтөүҙең аҡтыҡ дәрәжәһенә етеп, камил өмөт өҙәләр. Өйҙәрендә аҙ ғына ашарҙарына булғандары ҡайтып китә башланылар. Был урында бик аҙ ғына ярлы лар тороп ҡалды. Бында тороп ҡалғандары — өйҙәрендә бер һыныҡ булһын икмәк, бер семтем булһын сәй булмағандарылыр. Быларҙың маҡсаттарының сиге — ошо һалҡында эш табып, 25—30 тин аҡса алып ҡайтыу, шуның менән был көндө үткәреүҙер.
Был ерҙә тороп ҡалғандар араһында ҡыҫҡа ғына сәкмән кейгән, билен бер еп менән генә бәйләгән, төрлө сепрәктәрҙе, иҫке тулаларҙы йыйып аяғына урап сабата кейгән, сәкмәне ҡыҫҡараҡ булыу сәбәпле, тубығы тураһында ҡыҙыл ыштаны күренеп торған һәм көрәген ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған, дер-дер ҡалтырап тороусы Шәриф тигән кеше лә бар ине.
Беҙҙең ярлылар араһынан алып хәлен яҙасаҡ ярлы кеше ошо Шәриф ағай булғанға күрә, быны оноторға тейеш түгелбеҙ. Шуның өсөн мин уны уҡыусыларға киңерәк аңлатып китмәксе булам.
Шәриф был ҡаланан йыраҡ түгел бер ауылда тыуған, бала ваҡы тында уҡыу-фәлән күрмәгән. Етем ҡалып, шул ваҡыттан бирле, рәхәт күрмәй, фәҡирлектә үҫкән. Ғүмере буйынса шуның кеүек ҡара хеҙмәт тәр менән генә тамағын туйҙырып көн үткәргән, ләззәт, рәхәттең ни икәнен белмәгән бәхетһеҙ бер кеше. Бына бында торған ваҡытта ла унын ике күҙенән ихтыярһыҙ, үҙе белмәй торған күҙ йәштәре аға һәм 1 Дәрәжә — градус мәғәнәһендә.
179