ЯРЛЫЛАР, ЙӘКИ ӨЙҘӘШ ҠАТЫН I Мин тора торған ҡаланың уртаһында баҙар булып, ул баҙарҙың да уртаһында бер ерҙә һәр ваҡытта эш эҙләп, эш көтөп тора торған ярлылар була торған ине. Кем ниндәй эш ҡуша, ниндәй хеҙмәт тура килә, улар шуны дүрт күҙ менән көтөп кенә торалар ине. Бер кешегә утын ярҙырыу, ҡар көрәтеү кеүек ҡара эштәрҙе эшләргә кеше кәрәк булһа, шул эш көтөп тора торған ярлылар янына килеп, уларҙың береһен алып китә ине.
Бында эш көтөп тора торған ярлыларҙың ҡулдарынан килгән эштәре утын ярыу, ҡар көрәү, бысраҡ сүптәрҙе таҙартыу кеүек бик ауыр ҡара эштәр генә булып, ҡоралдары ла кәрәк, балта кеүек нәмәләр ине. Былар шул һәнәр һәм шул ҡоралдары менән ҡул көстәре арҡа һында тамаҡтарын туйҙыралар ине. Был ярлылар, һоло ҡатыш үҫкән бойҙай кеүек, татар менән рустар ҡатыш торалар ине. Быларҙың һәр көнгө ғәҙәттәре — иртүк тороп, шул ергә килеп йыйылып, эш көтөп тороу. Эш булһа, эшләп ҡайтыу, эш булмаһа, ҡайғылы һүрәттә ҡайтып китеү ине.
Бына бөгөн дә улар, ғәҙәттәре буйынса, иртәнге намаҙ ваҡытында уҡ, ризыҡ эҙләп был ергә килеп тулғандар ине. Бөгөн ҡыштың иң һал ҡын көнө булып, ҡара халыҡса әйткән ваҡытта, төкрөк ергә төшмәҫ- лек сатлама һыуыҡ ине. Ҡояш яңы ғына сығып, тирә-яғы ҙур алҡа менән әйләндереп алынған ине. Ҡояштың былай кәртәләнеп, ҙур алҡа эсендә ҡалыуы бик һалҡын ваҡыттарҙа ғына була. Шуға күрә лә, ҡояшҡа ҡараһаң, ул үҙе бер һалҡын боҙ тауы кеүек күренә ине.
Баҙарға утын, бесән һатырға килә торған ауыл кешеләре йүгерә- йүгерә, аттары һәм саналары янынан атлайҙар. Тояҡтарына боҙ йәбе шеп ҡатҡан аттар йөктәрен тарта алмай арлы-бирле һелкенәләр. Был аттар асылда ҡара йәки туры булһалар ҙа, тирләп сыҡҡан парҙары өҫтәренә бәҫ булып йәбешкәс, ап-аҡ булып күренәләр. Морондарына һыйыр имсәге кеүек боҙҙарҙың ҡатыуҙары көндөң рәхимһеҙ һалҡын икәнен күрһәтә ине. Мөрйәләрҙән сығып, бик юғары күтәрелгән, һалҡынлыҡтан ҙур тирәктәр төҫөн алған төтөндәр, сикһеҙ күп булып, ситтән ҡарағанда, ҡара урман кеүек булып күренә һәм һәр кешенең өйҙә генә ултырғанын иҫкә төшөрә ине. Урамда йөрөүселәр бик аҙ булып, уларҙың да ихтыярһыҙ йүгерә-йүгерә барыуҙары бик кәрәкле йомош менән сыҡҡанлыҡтарын белдерә ине. Был йөрөүселәр ҡолаҡ тарын, биттәрен тиҙ-тиҙ ышҡыйҙар. Бара торған ерҙәренә етеү менән, өңөнә ҡасып кереп киткән сысҡан кеүек, тиҙ генә кереп юғалалар ине.
Бына шулай һалҡын көндө теге эш эҙләп сығыусы ярлылар үҙҙәре нең һәр ваҡыт йыйыла торған урындарына әллә ҡасан килеп тулғандар, бик ашығыслыҡ менән эш көтәләр ине. Былар эш көтә-көтә аптырағас, 178