Был вәхшигә хеҙмәт итеп торғанымдан Артыҡтыр нисә тапҡыр ҡара ҡәбер.
Ҡ айҙа китте ун йәштәге йәш заманым?
Тороп ҡалды бик күңелле ҙур Ҡ аҙаным.
Минең менән тигеҙ ҡыҙҙар рәхәтлектә, Ни өсөндөр ҡайғы күрҙе ғәзиз йәнем?
Ағастар, күрәһегеҙме минең хәлем?
Бер эткә насип булды матур йөҙөм.
Яратмаған яман юлдаш йәрең булһа, Бер тин кеүек күренерме донъя малың?
Һарғайтты мине быға ҡушылғанлык, Әсемдә бар был кешегә ҙур дошманлыҡ, һаттылар аҡса өсөн мин фәҡирҙе Был халыҡта ҡайҙа ҡалды һуң туғанлыҡ?
Йөрәктәр ҡатып ҡалған таш көйөнсә.
Зарарлы ҙур залимдәр баш көйөнсә.
Күҙ алдында утта янып көл булалар Беҙҙең кеүек бисаралар йәш көйөнсә.
Йыраҡ ерҙә тороп ҡалды Әсғәт энем, Хәсрәт менән һүҙ әйтергә бармай телем.
Беҙҙәрҙе был бәләнән ҡоткарырлыҡ, Яҡ ын күргән туғандарҙа бармы белем?
Аслыҡ йылдың зарары, бер татарҙың кешелекһеҙлеге менән Мәрйәм шул рәүештә Кавказға китте. Мәрйәмдең бынан һуң күргән ауыр хәсрәттәре, ҡан аралаш түккән ынйы кеүек бөртөк-бөртөк йәш тәре һәм ни һүрәттә моңайып барыуы миңә мәғлүм түгел. Мәрйәмдең бөтә барлығы, күңеле Ҡаҙанға тартһа ла, ҡеүәт менән барған вагондар, уны ихтыярһыҙ, Ҡазаңдан йыраҡлатып алып киттеләр. Ҡазан яғына киткән поездар, хатта саналар ҙа Мәрйәмгә, йәннәткә киткән нәмәләй күренһәләр, ул ултырған поезд уны йәһәннәмгә алып барған кеүек күренәләр ине. Шулай ихтыярһыҙ тартылып барған Мәрйәмдең тиҙ ваҡытта үҙен үҙе һәләк итәсәге билдәле ине.
Мәрйәм китте, инде барып алып ҡайтыр хәл юҡ. Ләкин беҙҙең милләт араһында, айырыуса шуның кеүек аслыҡ йылда иҫәпһеҙ күп Мәрйәмдәр һәм Әсғәттәр барлығын оноторға ярамай. Уларҙы үҙебеҙ ҙән бер киҫәк итеп уйлаған ваҡытта, бер һыныҡ күмәстең яртыһын биреп, ярҙам итергә тейешбеҙ. Бының кеүек Мәрйәмдәрҙе ҡыҙғанған кешеләр ярҙам итергә теләһәләр, билдәле, ҡалаларҙа астар өсөн асылған комитеттарға аҡса ебәрә алалар. Ебәргән аҡсалар, һис бер шикһеҙ, Мәрйәм, Ғәйшә, Әсғәттәргә барып етәсәктәр.
1905 177