былар вокзалда осрағас, Мәрйәмгә вокзалды тамаша иттермәксе булған булып, вагондарға алып керҙеләр. Өсөнсө звонок ҡағылыу менән, поезд ҡуҙғалып китә башланы. Был ике яуыз ҡатын ҡыҙҙы Кавказ кешеһе янына алып барҙылар ҙа: «Бына инде һеҙҙе был матур егеткә бирәбеҙ», — тинеләр. Мәрйәм ҡысҡырып илай башланы. Кав казлы, ҡара йөҙ, Мәрйәм аңламаған бер төрлө һүҙҙәр менән ҡысҡы рып, уны ҡурҡытып туҡтатты. Мәрйәм ҡурҡыуынан ҡалтырап, ергә йығылып китерҙәй булды. Мәрйәм үҙенең ниндәй хәлгә осрағанын тамам белгәс, бүре тырнағына эләккән һарыҡ кеүек ҡалтырап, бер яҡ мөйөшкә ҡарап илап барыуын дауам итте. Бөтә вагонда, Мәрйәмдән башҡа, ҡаҙанлы кешенең булмауы, донъя хәлен белмәгән бер ҡыҙға һис ҡайҙа барып зарланырға урын юҡлығын белдерә ине. Шул ваҡытта Мәрйәмдең бөтә барлығы, үҙенең бәхетһеҙлегенән, был аслыҡ йыл уның һәләк булыуы өсөн генә килгәнлегенән хәл теле менән шул шиғырҙарҙы әйтәләр ине: Күҙемдән тамсы-тамсы аға йәшем, Хур булды йәш көйөнсә ғәзиз башым.
Тәҡдиргә ни эшләһәң дә, сара юҡтыр, Лайыҡлы миңә бөгөн был юлдашым?
Йәш көйөнсә минең хәлем булды ғәжәп, Фәҡирлегем хур булырға булды сәбәп.
Был кешене яҡын күреп яратырлыҡ, Хуш һүрәт юҡ был кешелә һәм дә әҙәп.
Бармы икән насар нәмә, заман кеүек, Күренде һәр бер нәмә яман кеүек, Яуыздар аҡса алып, мине биреп, Һаттылар дүрт аяҡлы хайуан кеүек.
Уйлаһам, сыҙап булмам, килә асыу, Асыуҙы нисек итеп инде баҫыу.
Һатып алған шайтан кеүек был кешенән Зәғиф ҡыҙға мөмкин түгел инде ҡасыу.
Беҙҙәрҙе яуызлыҡтан һаҡлаусы юҡ, Яҡлаусылыҡ итәм тип яҡлаусы юҡ.
Һатылды бәхеткәйем бер аҡсаға, Ни өсөндөр хаҡыбыҙҙы һаҡлаусы юҡ.
Сәскә кеүек зифа буйға төштө ҡырау, Булманы, ризамы, тип беҙҙән һорау.
Африкала вәхши халыҡ балаһындай.
Ҡ оллоҡтан беҙ бисара булманыҡ һау.
Илаһым, күп торғоҙма, ал йәнемде, Оҙаҡлатма тоткон булған заманымды.
Ситлектә тотҡ он булған һандуғастай Ҡ айғы-хәсрәт эҫтәрендә ҡалғанымды.
Тиҙ үлһәм дә, шуға саҡлы бир һин сабыр, Ҡылдылар ҡәрҙәштәрем беҙгә йәбер.
176