Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 174.

булһа ла, ни эшләргә белмәй, илап ҡалды. Быларҙың былай ҡайғы- хәсрәт сигеүҙәренә Лотфулла ағай, саҡ ҡына булһын, күңелен йом­ шартманы. Бәлки күңеленән, ҡыҙҙар шулай илап ҡайғы-хәсрәт күрер өсөн яратылған, тип уйлаған кеүек тора ине. Йәш ҡаҙ бәпкәһен әсәһенән айырып алып киткән рәхимһеҙ ҡарға кеүек, Лотфулла ла, Мәрйәмде һатырға алып китте, һис бер тәрбиә итеүсеһе булмаған йәш бер ҡыҙ Мәрйәм Лотфуллаға нисек итеп ҡаршы тора алһын һәм был яуызлыҡтан кемгә зарланһын?

Лотфулла, Ҡаҙанға барып фатирға төшөү менән, Мәрйәмде ҡалдырып, ҡыҙ менән һатыу итеүсе кавказлыларҙы күргәс, ҡыҙҙы алып килгәнен белдерҙе.

Был кешеләр Мәрйәмде күрмәк булып Лотфулланың фатирына барҙылар. Мәрйәмдең үҙенә белдермәйенсә генә күргәс, уны яратып, йөҙ утыҙ һумға алырға булдылар. Мәрйәм бисара эсенән: «Беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ ҡайҙа икән?» — тип туғандарын һорап торған ваҡытта, әллә ниндәй ят кешеләрҙең кереп-сығып йөрөгәнен күргәс, ҡурҡа башланы.

Мәрйәмдең шикләнгәнен һиҙенгән Лотфулла уға: — Яҡын ҡәрҙәштәрең өйҙә юҡ ине әле. Ҡайтҡандарҙыр инде. Хәҙер килеп етерҙәр. Сабыр итә күр! — тигән булып, алдарға тырышты. Ысы­ нында Лотфулла күңеленән, ҡыҙҙы нисек итеп поезға ултыртырға инде, тип хәйлә эҙләй ине. Фекер итә торғас ул, ике ҡатын табып, ун ете һумға ялланы ла, Мәрйәм янына алып килде. Беҙҙең милләттә, бының кеүек ҡыҙҙарҙың, йәш егеттәрҙең һәләк булыуына сәбәп була торған ҡарсыҡтар күптәр. Ҡазанда һәм башҡа ерҙәрҙә улар, шуның кеүек хәлдәрҙә эште бик тиҙ булдырып, бер сәғәттә бер намыҫлы ҡыҙ­ ҙың бәхетлелеген емерәләр. Кешелекле ярҙамсыл кешеләр ҡаршы­ һында бер кешенең бәхетен бөтөрөү, донъя ватылған кеүек ауыр күренһә лә, быларҙың ҡаршыһында бик ҙур файҙалы эш булып күре­ нәлер. Мәрйәм донъя күргән йәиһә тәрбиә итеүсеһе булған бер ҡыҙ булһа ине, әлбиттә, быларға алданмаҫ ине. Ләкин Мәрйәмдең шул хәлдә булыуы уны алданырға мәжбүр итте. Был шайтан кеүек ике ҡатын, Мәрйәмде бик тиҙ алданылар. Ғәйшә абыстай кеүек шәфҡәтле күҙ менән ҡараған булып, ҡыҙғанышып, төрлөсә мәрхәмәт күрһәтте­ ләр. Бер-ике көндә тамам Мәрйәмдең әсәһе кеүек булып әүерелделәр. Мәрйәм дә быларға ҡәрҙәш күҙе менән ҡарай башланы.

Өсөнсө көн, былар Мәрйәмде, ҡунаҡҡа алып барыу һылтауы менән алып сыҡтылар. Лотфулла ағай ул ваҡытта әллә ҡайҙа киткән ине. Мәрйәмде һатып алған Кавказ кешеһе, бер сәғәт элек вокзалға барған һәм билет алып әҙерләнеп ҡуйған ине. Ҡунаҡҡа барғанда, 175
Закрыть