Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 172.

өсәйҙәрен оҙатып ҡалдылар. Мин дә был урында был етемдәрҙе ҡыҙғанып, ошо шиғырҙарымды әйтергә мәжбүр булдым: Етемдәрҙен хәле ауыр түгелме?

Ҡ ырау төшөп ҡырылған гөл түгелме?

Быларҙың өйҙәрендә ҡалманы йәм, Илап ҡалды шул Әсғәт менән Мәрйәм.

Йөрәктәр ут кеүек яндылар утһыҙ, Был донъя күп яфа ҡылды ваҡытһыҙ.

Яуызлыҡ ҡылаһың, донъя, һәмишә1 Ҡ ылырһың һин ҡояшлы көндө — кисә.

Быларҙың нурына һин пәрҙә сиктең, Гонаһһыҙ ынйыларға ник үсектең?

Был эштәрҙә, йә, донъя, әйт, ни сер бар? Дошманлығың быларға ҡылдың изһар2.

Ғәйшә абыстай донъяның михнәт һәм мәшәҡәтенән ҡотолдо. Ләкин Мәрйәм менән Әсғәт тағы ла ҙурыраҡ ауырлыҡҡа тотолдолар. Инде быларҙы кем тәрбиә итәсәк? Әҙәм балаһы тәрбиәһеҙ камил­ лыҡҡа ирешмәҫ. Бының кеүек аслыҡ йылда быларҙы кем ҡыш буйы туйҙырып аҫрап сығарыр? Кем шәфҡәт итеп, таш күңелдәрҙе иретеп, быларға күҙ һалыр? Был көндө Мәрйәмдең күҙенән йәш ағыу туҡта­ маны. Әллә ниндәй уйҙар уйлап, үкһеп-үкһеп, хәсрәтен йәш менән йыуҙы. Иртән торғас Лотфулла менән Хөснөтдин ағай кәңәшләшкән­ дән һуң, был ике етемде, ни өсөндөр бик тиҙ, Лотфулла тәрбиә итмәксе булып, күсереп, үҙенең өйөнә алып барҙы. Лотфулланың ҡатыны Әсхәп йыуаш ҡатын ине, ул тәрбиә итергә риза булһа, ғәжәп түгел. Ләкин таш күңелле Лотфулла ағайҙың бындай ауыр йылда нисек итеп бик тиҙлек менән ике кешене тәрбиә ҡылырға разый булыуы билдәһеҙ ҡалды.

Көндәр үтте... Мәрйәм менән Әсғәт етемлеккә өйрәнә башланы­ лар. Лотфулла бер көн Ҡаҙанға бесән һатырға китте. Бына шул ваҡыт ул, Кавказдан Ҡаҙанға ҡыҙ һатып алыусылар килгән, имеш, тигән хәбәр ишетеп ҡайтты. Артыҡ ҡыҙ булһа һатырға кәрәк. Бына уйлама­ ған ерҙән аҡса килә! Йөҙәр һум, хатта матурыраҡ ҡыҙҙар йөҙ илле һумға етә, имеш. Ҡыҙҙар бит улар һатылып йөрөтөлөр өсөн яратыл­ ған, ике аяҡлы хайуан кеүектәр. Ауылда иргә бирһә лә теләһә кемгә көсләп бирәсәк. Был сауҙа Лотфулла ағайға бик файҙалы кеүек күренде. Барыбер Мәрйәмде кейәүгә бирергә тура киләсәк. Ике йыл тәрбиә ҡылып мәшәҡәтләнгәнсе, хәҙер үк биреп ебәрергә кәрәк. Йылда-йылда ҡыҙ алыусылар тура килмәҫ. Айырыуса, Мәрйәм — йәш 1 Һәмишә — һаман да тигән мәғәнәлә.

2 Изһар ҡылыу — күрһәтеү, белдереү.

173
Закрыть