Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 171.

Йәнем кеүек күҙем нуры, ғәзиз балам, Һеҙҙең өсөн был ваҡытта утка янам.

Йәш булһаң да, һин әсәңде ҡыҙғанаһың, Китә, тип, был донъянан ғәзиз анам.

Етем булып тороп ҡалды бисара ҡыҙ, Иҫәпһеҙ яуызланды был вафаһыҙ1.

Ҡ ыҙғанам Әсғәт менән Мәрйәмемде, Ҡалдылар һәм атаһыҙ, һәм әсәһеҙ, Һәр кемгә һеҙ бигерәк ҡыҙғанырлыҡ, Ни өсөн һеҙ мине ҡыҙғанаһығыҙ?

Донъяла шәфҡәт итер кешегеҙ юҡ, Ят кешеләрҙең ҡулына ҡалаһығыҙ.

Ғәйшә абыстай, был ваҡытта йоҡлап ятҡан Әсғәткә башын бороп ҡарарға тырышһа ла, ҡарай алманы.

— Уф! — тип, түбә таҡтаһына күҙҙәрен текәне лә, оҙаҡ та тормай, был донъянан китге. Мәрйәм быны күреү менән, һушһыҙ кеүек булып һикегә йығылды. Ни ҡәҙәр ҡыҙғаныслы бер күренеш, бөтә донъя халҡы рәхәт-рәхәт йомшаҡ түшәктәрҙә йоҡлап ятҡанда, быларҙың бөтә өмөттәре бәйләнгән әсәләре үлеп, илай-илай ас, етем ҡалалар!

Иртән торғас, Әсғәт, әсәһен был хәлдә күреп, әкрен генә тауыш менән апаһынан: — Апай, әсәй ни эшләп ята, ни өсөн өҫтөнә ябып ҡуйҙығыҙ? — тип һораны. Мәрйәм уға яуап биреп: — Ғәзиз туғаным, әсәйебеҙ инде беҙҙе ташланы. Беҙ иғ!де икебеҙ ҙә, ҡош балаһы кеүек, етем ҡалдыҡ! — тине. Әсғәт илай башлағас, Мәрйәм: — Илама, туғаным, илама! — тип туҡтатты ла, Хәсби күрше­ ләренең өйөнә алып барып ҡуйҙы. Ғәйшә абыстайҙы ҡәбергә оҙатыр өсөн кәфенгә һәм башҡаларға аҡса кәрәк ине. Аҡса ҡайҙан алырға? Был ауылда йәмғиәти хәйриә1 бармы? Йәки ярҙам күрһәтеп күмдерер- лек егетлек эйәһе берәр бай бармы? Уларҙың береһе лә юҡ. Ғәйшә абыстайҙың вафат булыуы һәр кемгә ишетелһә лә, фәҡир булғас кем килһен?

Рәхмәтулла ағайҙың бер туған энеһе Лотфулла килһә лә, ағаһы Хөснөтдин, ни өсөндөр, килмәне. Инде ни эшләргә? һатырға мал юҡ. Мәрйәм, ни эшләргә белмәй, һушһыҙ кеүек тора. Ғәйшә абыстай, ун көн күмелмәй ятһа ла, ҡулынан килерлек эш юҡ. Уйлап-уйлап мамыҡ түшәкте һатмаҡсы булдылар, уны ла алыусы күренмәне. Ахырҙа, нисек булһа ла ярты хаҡ менән шул түшәкте һаттылар. Тиҙ-тиҙ Ғәйшә абыстайҙы ҡара ҡәбергә оҙаттылар. Бисара Мәрйәм менән Әсғәт илап, 1 Вафаһыҙ — ышанысһыҙ донъя.

2 Йәмғиәти хәйриә — ярҙам ойошмаһы.

172
Закрыть