Ауырыу менән аслыҡ ҡаты тәьҫир итеп, Ауыҙҙа аҙ ғына ла ҡалмаған тәм.
Ҡ айғынан ултыралар ағыҙып йәш, Эсергә сәй, ашарға юҡ быларҙа аш.
Былар ҙа һеҙҙен кеүек бер үк кеше, Вә ләкин беҙ татарҙа күкрәк таш.
Быларға һис урында юҡ иғанә1 Фекер итһәң, әфәнделәр, йөрәк яна.
Кешеләргә уртаҡ ҡылып ашау кәрәк, Бер тән кеүек булыу кәрәк һәр заманда.
Бисаралар бер киҫәктер үҙебеҙҙән, Ярҙамлы өмөт итә былар һеҙҙән.
Малыбыҙҙы бүлеп-бүлеп бирмәһәк тә, Бирәйек артҡандарын үҙебеҙҙән, Илтифат юҡ. Ҡ айҙа беҙҙә ул хәҡиҡәт?
Беҙҙә юҡ меҫкендәргә изге ниәт.
Күҙ алдында аш табалмай асҡа үлһә, Һис кемде ҡыҙғанырлык юҡ хәмйәт2...
Кистең бер аҙы уҙғас, Мәрйәм менән Әсғәт йоҡларға яттылар.
Төн уртаһында Ғәйшә абыстай, үҙенең аҡтыҡ сиккә еткәнен белеп, Мәрйәмде көс-хәл менән уятты. Саҡ-саҡ өндәшеп сыра яндырырға ҡушты. Сыраны яндырғас, Мәрйәмде янына саҡырып алды ла: — Күҙем нуры, балам! Минең хәлем ғәйәт ауырлашты. Тыным бөттө. Зинһар, ҡурҡмай ғына Хәсбиҙе саҡырып килә күр! — тине.
Мәрйәм бисара, әсәһен был хәлдә күргәс: — Ярар, әсәйем, ярар, — тип сығып китте. Ун биш йәштәге ҡыҙ төн уртаһында, ҡаты буранда, урамға сығып Хәсбиҙе саҡыра китә. Ни өсөн бер ҙә ҡурҡмайынса төнө менән йөрөй? Әлбиттә, кешенең ҡурҡаҡ һәм ялҡау булыуы рәхәт ваҡытта ғына булалыр. Ҙур эштәр, ҙур ҡайғылар башҡа төшһә, кеше һис нәмәнән ҡурҡмай.
Хәсби менән Мәрйәм өйгә килеп ингәс, Ғәйшә абыстай ымлап Мәрйәмде үҙенә саҡырып алды ла, тәүҙә ҡыҫып-ҡыҫып һөйҙө, унан: — Инде ике күҙем нуры - балаларымды яңғыҙ Алланың үҙенә тап шырҙым. Башҡа һис тапшырыр кешем юҡ, — тип, күҙҙәренән йәш ағыҙып, һуҙылып ятты. Мәрйәм, был хәлде күреп, түҙә алмай, илай башланы. Хәсби быны күргәс, ҡурҡып: — Бар, Мәрйәм, беҙҙең өйҙәге ағайыңды саҡыр. Беҙҙең лампаны ла алып кил. Төн оҙаҡ, бер аҙ һөйләшеп ултырырбыҙ, - тине. Шул ваҡыт Ғәйшә абыстай, күҙҙәрен әйләндереп-әйләндереп, гүйә бөтә хәл теле менән ошо шиғырҙарҙы әйткән кеүек була ине: 1 Иғанә— ярҙам.
2 Хәмйәт — егетлек, берәүҙе яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыусылыҡ.
171