Мин нисек тип яуап бирергә лә белмәй торҙом. Тик: — Кәүҙәһен күрҙем дә, үҙен күрмәнем, ул һаман илап торҙо, үҙҙә- ренә нахаҡ бәлә таҡҡандарын һөйләне, — тинем.
Атайым менән әсәйем минең һүҙҙәрҙе артыҡ күңелһеҙлек менән тыңланылар.
Улар, мин ҡайтҡанда, һүҙһеҙ генә торһалар ҙа, минән һорашҡан дан һуң, һүҙгә керешеп киттеләр. Атайым да, әсәйем дә Ғәлимә апайымдың был эшенә бер мәғәнә лә бирә алмай аптырайҙар ине.
— Ни генә булды икән был Ғәлимәгә? Бер ҙә ундай-бындай эше һиҙелгәне юҡ ине... Бөтә нәҫел-ырыуға оят килтерҙе, — тине әсәйем.
Атай бик оҙаҡ уйлағандан һуң: — Нәмә булһын? Уларҙың һөйләшеп тороуҙарын күреп, дошман егетгәр эште шулай ҙурға ебәргәндәрҙер, — тине.
— Булмаһа ла, булды, тип күрһәтәләр бит әле, бөтә ауыл улар өҫтөнән һөйләй. Ғәлимә ни эшләр инде? Ҡайнаға, ҡайтып инмәһен, күҙемә күренеү менән һуғып башын ярырмын, тип тора. Ул хәҙер ҡайҙа барыр?.. — ти әсәйем.
— Ҡайҙа барһын? Бына үҙебеҙгә алырбыҙ, мин Ғәлимәне беләм, ул боҙоҡлоҡ эшләй торған ҡыҙ түгел, бөтә ауыл түгел, бөтә донъя һөйлә һен, мин уларға ышанмайым! — ти атайым.
Мин атайымдың был һүҙҙәрен ишеткәс, бик шатландым да: — Шулай шул, атай, шулай итербеҙ! — тип ҡуйҙым. Артыҡ һүҙ әйтә алманым.
Улар тағы ла тындылар.
Шул ваҡытта беҙгә Хәмиҙә әбей килеп инде. Ул бер төн эсендә бө төнләй үҙгәргән, йөҙө үлек төҫөнә ингән, күҙҙәре шешенеп бөткәйне. Ул ингәс, беҙҙең өй эсен тағы ла моң, ауырлыҡ баҫты, һис кем һүҙҙе ҡайҙан алып китергә белмәй, аптырап ҡалдылар.
Бер аҙ тын торғандан һуң, әсәйем һүҙ башлап: — Әйҙә, юғары уҙ, сәйгә рәхим ит! — тине.
Әсәйемдең был һүҙенән һуң Хәмиҙә әбей көрһөндө һәм: — Сәй эсеү ҡайғыһы бармы һуң? Кисәнән бирле күҙемде лә йомға ным юҡ. Күрәһеләребеҙ бар икән, Раббым!.. Был әҙәм хурлығына нисек сыҙарға кәрәк? Кеше күҙенә нисек күренербеҙ? — тип, илап ебәрҙе. Уның был һүҙҙәрҙе артыҡ өҙөлөп әйтеүе һәм балалар төҫлө илауы беҙгә һун дәрәжәлә ауыр тойолдо, тағы һүҙ бөтгө. Һуңынан әсәйем: — Сабыр ит, килендәшкәйем, нахаҡтыр, Ғәлимә ундай ҡыҙ түгел. Ҡыҙ баланың өҫтөнә шундай бәлә яғыуҙар була инде ул, сабырҙан башҡа сара юҡ, — тине. Әсәйемдән һун атайым һүҙгә ҡатнашып: — Еңгә, сабыр ит, Ғәлимә бөтә ауылда бер ҡыҙ ул, уны күрә алмай ҙар, шуға күрә лә ғәйеп эҙләйҙәр, булмаҫ, мин ышанмайым! — тине.
Атайым менән әсәйем был һүҙҙәрҙең Хәмиҙә әбейгә ныҡ тәьҫир итеүенә үҙҙәре лә артыҡ ышанмайҙар һәм, Хәмиҙә әбейҙең ныҡ ҡайғы- рыуын бер яҡтан хаҡлы тапҡан кеүек, һүҙҙәрен йомшаҡ әйтәләр ине.
18