Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 169.

Шул ваҡытта Әсгәтте күрһәгеҙ ине. Ул икмәктең әле бер яғын, әле теге яғын әйләндереп ҡарай. Әллә ни ҡәҙәр нәмәгә эйә булған кеше кеүек шатлана. Ғәйшә ғәйәт ас булһа ла ашай алманы. Бер-ике рәт ҡапты ла: — Мә, Мәрйәм, алып ҡуй, кискә ҡаршы Әсғәткә бирерһең! — тип алдыртып ҡуйҙырҙы.

Хәсби ҡарсыҡ Ғәйшәгә оҙаҡ ҡарап торғас: — Һуң инде хәлегеҙ бик насар, ярҙам итер кешегеҙ юҡ, нисек итер­ һегеҙ икән инде? Бөтә ауылда шәфҡәт итерлек бер кеше күренмәй, күп халыҡ аслыҡтан үҙҙәре һәләк булыу дәрәжәһенә килделәр, — тине.

— Уф Алла! Инде Аллаға тапшырҙым, бер ярҙам итер кеше ҡал­ маны. Хәсби, күршем! Инде мин ахыр хәлгә еттем. Ғүмер итеүемдән бөгөн өмөт өҙҙөм. Хатта, тиҙ үлмәһәм ярар ине, тип ҡурҡа башланым. Бар хәсрәтем шул — ике бала... Улар минең ысын хәлемде белмәйҙәр. Әгәр белһәләр, сыҙай алмаҫтар тип, әйтмәйем.

— Иншаллаһ, терелерһегеҙ әле, өмөт өҙмәй тороғоҙ. Мин иремә әйтермен, арышығыҙҙы алып килер. Ул барыбер үҙе лә шул ауылға барасаҡ.

— Зинһар, әйтә күрегеҙ, алып килә күрһен! Уф, хәлем бөттө, һүҙҙе көс-хәл менән әйтәм.

— Хуш, һау булып тороғоҙ әле, мин тағы килеп китермен, — тип сығып китге Хәсби.

Ул арала көн кис булды. Лампа яндырырға кәрәсин юҡ ине. Шул сәбәпле ҡараңғыла ултырҙылар. Ҡояш батгы, ҡараңғы төштө. Өйҙөң эсе йәмһеҙлеккә ҡәҙәр сумды.

Был саҡ ихтыярһыҙ рәүештә шул шиғырҙарҙы уҡырлыҡ: Ҡ ояш батып, тамам бөткән өйҙөң нуры, Ҡ әбер кеүек, был урындың юҡ хызуры1.

Һәр кемдең был донъяла һүрәте бер, Бер-береһенә ҡарағанда юҡ ҡысуры2.

Быларҙың көнкүреше ниңә насар?

Өйҙәренә кергән кеше ҡурҡып ҡасыр.

Мәхрүм ҡалған бисаралар һәр нәмәнән, Быларға ярҙам итер ҡайҙа дуҫтар?

Һалҡындан тәҙрәгә ҡаталыр боҙ, Фәҡирлектән өйҙәр насар һәм дә тығыҙ.

Ни ҡәҙәре ҡыҙғаныслы бер һүрәттә Ауырыуҙар бала-саға, ҡатын һәм ҡыҙ.

Ҡ айғы һәм хәсрәт менән үткән аҡшам, Яндырырға кәрәсин юҡ һәм тағы шәм.

1 Хызуры — йәме.

2 Ҡысуры — кәмселеге.

170
Закрыть