Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 168.

хөрмәтле заттар буласаҡтар. Ләкин йыраҡ!.. Ул ваҡытта Мәрйәм, Ғәйшә абыстайҙар был өйҙә, хатта был донъяла булырҙармы, юҡмы?

Ләкин улар булмаһа ла, Рәсәй мосолмандары араһында аслыҡ, яланғаслыҡ арҡаһында бәләгә сумған, рәхәтенән мәхрүм ҡалып йөрө­ гән нисә йөҙләп Мәрйәмдәр, Ғәйшәләр табылыр, шуларға ярҙам итер­ һегеҙ.

Бер аҙ ваҡыттан һуң Мәрйәм менән Хәсби килеп керҙеләр ҙә һикегә ултырҙылар. Бер аҙ бер-береһенә ҡарашып торғандан һуң, Хәсби шулай һүҙ башланы: — Нихәл, Ғәйшә? Ауырып ҡалған икәнһегеҙ. Мин әле былай насар бер хәлдәлер тип белмәй инем, тамам бөткәнһегеҙ икән.

— Бөгөн хәлем бигерәк насар. Үҙем ауырып ҡалдым. Утын юҡ, ашарға икмәк, эсергә сәй, кейергә кейем юҡ. Бер яҡтан — аслыҡ, икенсе яҡтан — ауырыу тамам хәлемде бөтөрҙө. Үҙем асҡа үлһәм дә, һис бер ҡайғырмаҫ инем. Бары Мәрйәм бисара менән Әсғәтте ҡыҙға­ нам. Бигерәк тә Әсғәт икмәк һорап маҙамды алды. Алабута менән имән сәтләүеге ҡатнашҡан ондан икмәк бешергән инек һис ашар хәл юҡ. Кешенән һорап алыр инек, быйыл кем бирһен! Аһ, хәлем бөттө... Ҡаҙнанан бирелгән арышты алып ҡайтыр кеше юҡ, инде тамам апты­ раныҡ. Бының кеүек ауыр көндәрҙе күрермен тип уйлағаным юҡ ине. Мин сабыр иттем, тәҡдиргә иман килтерҙем, — тип, күҙҙәренән йәш ағыҙып илай башланы.

Уны күреп Мәрйәмдә ынйы кеүек йәштәрен яулыҡ менән һөртөп, мөләйем тауыш менән: — Әсәй, һүҙҙәрең бигерәк йәнемә үтге, уф, — тип яңынан илай баш­ ланы.

Хәсби ҡуйынынан бер аҙ икмәк сығарып өскә бүлеп, бер киҫәген Мәрйәмгә, береһен Әсғәткә, береһен Ғәйшә абыстайға бирҙе. Был икмәктәрҙең һәр бер киҫәге бер алтын кеүек күренеүендә шик юҡтыр ине. Кешенең бай, таҙа һәм сәләмәт ваҡытында ни ҡәҙәр малы, дәүләте булһа ла, бер тинлек ҡәҙере булмайҙыр. Тамам көсһөҙ булып ҡалһа, йөрәк һәм күңел башҡа була, бер ҡабым нәмә йәндән артыҡ ҡәҙерле күренә һәм шуның өсөн йәнде фида итергә әҙер тора. Минең күңелемә был урында сараһыҙ шул шиғырҙар килде: Икмәк кеүек ҡ иммәт нәмә бармы икән был донъяла?

Йән кеүек ҡиммәт нәмә икмәк өсөн булыр фида.

Бәғзеләр мәрйенгә һәм мохтаж түгел һәм алтынға, Бәғзеләрҙе күмәскә мохтаж иткәндер Хоҙа.

Ҡ алмаһа янында малың, дуҫ-ишең һинән биҙер, Ни ата ҡалмаҫ, ни ағай, ни ҡоҙағый, ни ҡ оҙа...

Мәрйәм мейес янына барып ултырҙы ла рәхәтләнеп, шатланып ашай башланы. Нисә көндәр буйынса ас йәшәгәс, ни ҡәҙәр ҡайғы булһа ла, ашамай тороп булмай икән...

169
Закрыть