йән башҡа нәмәләрҙе ҡайҙан тапһындар? Был ауыр хәлдәрен кемгә барып зарланып һөйләһендәр? Быларҙы ҡыҙғаныр һис кеше юҡ.
Ғәйшә абыстайҙың хәле көндән-көн ауырлашты, тышҡа сығырға хәле ҡалманы. Мәрйәм, бисара, аслыҡ сәбәпле, ҡайғы-хәсрәт менән һарғая башланы. Бының кеүек ҡурҡыныслы көнкүрештәрҙе Хоҙай дошмандарға ла күрһәтмәһен!..
Бер көн яғырға утын бөтә, Мәрйәм утын һорап Хөснөтдин ағай ҙарға барырға мәжбүр булды. Улар бер-ике яғырлыҡ утынды нисә төрлө зәһәрле һүҙҙәр менән ҡатыштырып бирҙеләр. Икенсе мәртәбә бирмәүҙәре билдәле ине. Мәрйәм утынды урам буйынса саҡ күтәреп алып ҡайтты. Шул ваҡытта Ғәйшә абыстайҙың хәле насарланған ине. Ауыл ерендә табип-фәлән юҡ, ҡайҙан дәрткә дарман табырға. Алланан башҡа һис ярҙамсыһы булмаған был бисара янында ун биш йәшлек ҡыҙы менән биш йәшлек улы Әсғәттән башҡа кеше булмағас, үҙенең насарланғанлығын белдермәҫкә тырыша ине. Ләкин ни ҡәҙәр сабыр итһә лә, бер ваҡыт белдереү тейеш икәнен аңлап, Мәрйәмде саҡырып шул һүҙҙәрҙе әйтте: — Күҙем нуры, балам, минең бөгөн хәлем бик насар. Зинһар, күрше ҡатыны Хәсбиҙе саҡырып кил, аҙыраҡ һөйләшеп ултырайым, бер аҙ сирем еңеләйһен, бик тарыҡтым, йәндәрем бик рәхәтһеҙ була башланы.
Мәрйәм ғәйәт зирәк булғанлығынан, әсәһенең был ауыр хәлдәрен күреп ҡыҙғанды, күҙҙәрендә бөртөк-бөртөк йәш булған хәлдә: — Ярар, әсәй, барайым, саҡырайым, — тип сығып китә.
Был донъя ашығыс хәрәкәт иткән бер машина кеүектер. Бик тиҙ хәле алмашыныр, рәхәте артынан ҡыйынлығы нәүбәт менән килеп етер. Бынан бер-ике йыл элек ни саҡлы рәхәт йәшәгән, бөтөн бер ғаиләне идара иткән Ғәйшә абыстай, бөгөн сараһыҙ ас үлем түшәгендә ята. Был донъяның рәхәттәре өҙлөкһөҙ булмаған кеүек, ҡыйынлыҡ һәм мәшә ҡәттәре лә, әлбиттә, өҙлөкһөҙ булмайҙыр. Шулай булһа ла, бәғзе кеше ләрҙең аҡтыҡ һулыштары михнәт эсендә булғаны хәлдә, был донъянан айырылалыр. Мәрйәмдең киләсәктә нисек ғүмер итәсәғен белеп булмаһа ла, Ғәйшә абыстайҙың был ауырыуҙан сәләмәтләнеп, рәхәт ғүмер итеүен өмөт итеү гәйәт йыраҡ күренәлер. Кешеләрҙең төп яраты- лыштарында бер-береһенә ярҙам-шәфҡәт итеү булһа ла, был яратылыш тәрбиә һәм уҡыу арҡаһында ғына арталыр. Был ауылда быларҙың ауыр хәлдәрен, бер мәртәбә булһын, килеп һорарлыҡ ҡәҙәр, кешелек исемен аҡларҙай лайыҡлы бер әҙәм табылманы. Урамда аҙашып йөрөгән эт, бесәй балаһына шәфҡәт итеү бик ҙур эш булған хәлдә, быларҙы шул дәрәжәлә ҡыҙғаныусы табылманы. Тәрбиәнән мәхрүм ҡалып, вәхши тәбиғәтле булып әйләнгән таш күңелдәргә быларҙың был аяныслы хәле, әлбиттә, тәьҫир итмәйәсәктәр.
Быларҙың был хәлдәренә шәфҡәт итәсәк кешеләр яңғыҙ был китапты уҡыған ысын мосолмандар, кешелек хөрмәтенә эйә булған 168