— Ниңә килдең?! — тип асыуланып һораған кеүек итеп өндәште. Мәрйәм ике күҙенән йәш ағыҙып: — Әсәйем утынға китте, Әсғәткә ашарға бер һыныҡ та күмәсебеҙ юҡ, шулай булһа ла, күмәс һорап илай, шуға аҙыраҡ ашарға бирмәҫ һегеҙме икән, тип һорарға килгән инем, — тине. Ләкин ул һүҙен һөй ләп бөтөр-бөтмәҫтән Хөснөтдин: — һеҙҙең кәрәк нәмәгеҙ бөтмәҫ, бында ҡаҙна бар тип беләһе-геҙме әллә? Әйбер һорап килә-килә хәлебеҙҙе бөтөрҙөгөҙ инде. Былай булһа, көн итер хәлебеҙ ҡалманы. Ҡатын, аҙыраҡ икмәк бир шул Мәрйәмгә, — тип, тышҡа сығып китте.
Ҡатын бер-ике киҫәк ҡатып бөткән арыш икмәге һыныҡтарын килтереп бирҙе лә: — Бар, алып ҡайт, беҙҙән өмөт итмәгеҙ, бында кеше өсөн бешереп ҡуйған икмәк юҡ, — тине. Ике киҫәк ҡаты икмәкте ул ике киҫәк алтын биргән кеүек күреп бирҙе, бисара Мәрйәм бының был ҡәҙәр асы һүҙен ишетһә лә, туғаны Әсғәттең илауҙан туҡтаясағын уйлап, шатланып сығып китте. Был донъяның ошондай яуызлыҡтарын күреп йөрөүсе Мәрйәм кеүек иҫәпһеҙ күп бисаралары барҙыр әле. Фекер итһәң, был донъяла бер сәғәт тороу мөмкин түгел кеүек күренә. Мәрйәм кеүек ун биш йәшлек ҡыҙҙарҙың ни ҡәҙәр бәхетле торғандары бар. Улар гүзәл биналар эсендә, гөлдәр араһында сәскәләр кеүек ғүмер итәләр. Бер көн кейгән күлдәктәрен икенсе көн кеймәйҙәр. Бер сәғәт элек бешкән ләззәтле аштарҙы: «Был һалҡын, йәиһә насар бешкән», — тип, аша майҙар. Тәрбиәле, тәртипле мәктәптәрҙә белем алғандары, мал арҡа һында ни ҡәҙәр бәхеттәргә ирешәләр. Саф-саф булып гимназияларға йөрөйҙәр. Былар ҙа Мәрйәм кеүек бер әҙәм балаһы. Ләкин аҡса арҡа һында нисек булалар. Рәхәт ғүмер итәләр, камиллыҡҡа ирешеп, донъя-ахирәт бәхетлелеккә юл әҙерләйҙәр.
Мәрйәм өшөп өйгә ҡайтып керҙе. Шул саҡ Әсғәт илап, ҡалтырап ултыра ине. Мәрйәм алып ҡайтҡан күмәстең яртыһын һындырып, Әсғәткә бирҙе. Әсғәт илауҙан туҡтап, ашай башланы. Мәрйәм әсәһе нең һалҡын көндә урманға утын алырға киткәнен иҫкә алып, ғәйәт борсолдо. «Иҫән ҡайтһа ярар ине», — тип, ҡайғырып илай башланы. Ни эшләргә белмәйенсә, урманға табан ҡараны. Шул урман юлынан бик аҡрын ғына атлап килгән бер кешене күреү менән ул ҡаршы алырға китте. Буран булыу сәбәпле, юлдар ҡар менән ҡапланған. Сабата тишегенән аяҡҡа ҡар тула һәм тиҙ атлап булмай ине. Шулай булһа ла, Мәрйәм, утынды күтәреп алып килергә хәле бөткән әсәһе янына бик тиҙ барып етте. Утынды үҙ елкәһенә күтәреп атлай баш ланы. Хәлһеҙ ҡалған Ғәйшә абыстай саҡ-саҡ Мәрйәм артынан эйәреп ҡайтты. Мәрйәм утынды алып ҡайтҡас та мейескә яҡты. Ғәйшә өйгә ҡайтыу менән ауырый башланы. Ғәйшә абыстай ауырый башлағас, быларҙың эштәре тағы ауырлашты. Бөтә ғаиләне тәрбиә итеү яңғыҙ Мәрйәм өҫтөнә тороп ҡалды. Бер һыныҡ икмәктән мәхрүм ҡалған өс 167