Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 165.

Оҙаҡ та үтмәй, Әсғәт уянып илай башлай. Был бисараларҙың бындай ҡыҙғаныслы хәлдә көн иткәнен кем күрһә лә, ошо шиғырҙарҙы әйтергә мәжбүр булыр ине: Өйҙәре насар ғына, Ишектәре тар ғына, Бер бала илап ята, Биш-алты йәштәр генә.

Ишектән һалҡын керә, Өйҙөң нурын бөтөрә, Аслыҡ менән һалҡындан Меҫкен бала үкерә.

Был йылды булды аслыҡ, Үҫмәне бер ҙә ашлыҡ.

Быларҙы күргән кеше Илауҙан туҡтамаҫлыҡ.

Балаһының тамағы ас, Кейеме юҡ — яланғас, Һис булмаһа мейестәренә Яғырға юҡтыр ағас.

Туҡ тың күңеле хикмәттә, Астың күңеле икмәктә, Икмәк аулап, ниндәй матур Ҡ ыҙҙар сығып китмәктә.

Ашамлыҡ юҡ ашарға, Он юҡ икмәк яһарға, Былай насар көн иткәс, Нисек күңел асырға.

Был донъяның яфаһы, Һис тә бөтмәй хафаһы, Нисә төрлө михнәттәргә Ҡ атышҡандыр сафаһы1.

Мәрйәм Хөснөтдин ағайҙарҙың өйөнә барып керә. Хөснөтдин ағайҙың ҡатыны, Мәрйәмде күргәс, бер нәмә һорарға килгәнен белеп, асыулы йөҙ менән ҡаршы ала. Бисара Мәрйәм, һәр ни ҡәҙәре генә, үҙенең яратылмаған ҡунаҡ икәнен белһә лә, ғәйәт күңелһеҙләнеп тора, ниңә килдең, тип һораусы булмағас, һүҙ башларға баҙнат итә алмай. Бының кеүек мөләйем, саф күңелле иҙелгән ҡыҙҙың хәлен күреп тә, саҡ ҡына ла илтифат һәм шәфҡәт итмәнеләр. Хөснөтдин ағайҙың тәр­ биәһеҙ ҡатыны үлгән ваҡытта ла бер әсем һыу бирмәҫ. Таш күңелле кеше ни ҡәҙәр ҡыҙғаныс нәмәләрҙе күрһә лә, ғибрәт алмаҫ, ярҙам кәрәк икәнлеген хис итмәҫ. Мәрйәм бер аҙ торғандан һуң, Хөснөтдин ағай күреп: 1 Сафаһы — рәхәте.

166
Закрыть