күмәскә алмаштырырға риза булыр. Бер көнлөк ризыҡ өсөн ғүмер буйы күрәсәк бәхетлелектәренән мәхрүм ҡалырға сәбәп булыр, килә сәк көндәре нисек булһа булһын, бөгөн ашаған бер киҫәк күмәстең ҡәҙерен белеп, йәнен ҡорбан итер. Ни ҡәҙәр яҡын күргән мөхәббәтле дуҫтар был көндө берәм-берәм айырылып бөтөр, һәр береһе башлы башына эш күрер.
Бөтә донъяға тәьҫир итә торған был аслыҡ Ғәйшә абыстайҙарға ла тәьҫир итте. һәр кем үҙ ҡайғыһында булған кеүек, былар ҙа тамаҡ туйҙырырға сара эҙләй башланылар, һатылғандан тороп ҡалған бәлә кәй өйгә яғырға утын кәрәк. һатып алырға аҡса, урмандан барып алырға ат юҡ, Хөснөтдин ағай, әлбиттә, ярҙам итмәй. Ашарға икмәк, эсергә сәй кәрәк. Быларға ла аҡса юҡ, инде ни эшләргә?
Оҙон төндө һалҡын өйҙә ас уҙҙырырға кәрәк. Яндырырға май юҡ. Ғәйшә абыстай, үҙенән бигерәк, Мәрйәм менән Әсғәтте ҡыҙғанып, күҙенән йәштәрен туҡтамай ағыҙа. Әсғәт илап-илап йоҡоға китә ине. Мәрйәм, бисара, иң йәш, сәскә кеүек ғүмерҙәренең ас, рәхәтһеҙ үтеүен иҫкә төшөрөп, тынын өҙөп-өҙөп, быуылып илай ине. Ғәйшә абыстай ҙа быны күреп, артыҡ хафалана. Мәрйәм әсәһенә ҡарап: — Әсәй, иртән нисек итербеҙ икән, был көн уҙҙы, Әсғәт йоҡланы, иртән тороп икмәк һораһа, ни тип әйтербеҙ? Өйгә яғырға утын юҡ, уны ҡайҙан алырбыҙ? — ти.
Ғәйшә абыстай: — Балам, нисек итәйем һуң? Иртәгә намаҙ ваҡытында, мин урманға барып, еп менән күтәреп, бер-ике яғырлыҡ утын алып килер мен. Урман яҡын — ике генә саҡрым, Әсғәт уянғансы ҡайтырмын, һин Хөснөтдин ағайҙарыңа барып, берәр ярты күмәс һорап ҡара, бәлки, рәхим итһәләр, бирерҙәр. Әгәр ҙә бирмәһәләр, ҡайткас, алабута онон ҡамыр итеп баҫып тор. Әсғәт уянғансы, күмәс бешереп торорбоҙ.
— Ғәзиз әсәйем, ошондай һалҡын көндө урмандан нисек итеп утын күтәреп ҡайтырһың? Бик ауыр булыр бит, ғәзиз йәнең нисек сыҙар?
— Нисек итәйем? Балам, беҙгә кем шәфҡәт итеп утын килтереп бирер? Өйҙә балаларым менән туңып вафат булғансы, яңғыҙым һеҙҙең өсөн вафат булһам, бәлки Хоҙай ҡаршыһында һауаплы булырмын. Атайың вафат булғас, һеҙҙең тәрбиәгеҙ өсөн мин бурыслымын, һеҙҙең тәрбиәгеҙ өсөн йәнемде фида итһәм, һис бер ғәжәп түгел, сабыр ит, балам! — тине.
Мәрйәмдең быға яуап бирергә хәле етмәй, ул илай-илай йоҡлап китә. Ғәйшә абыстай төн буйынса ике ғәзиз балаһын ике яғына алып, өшөтмәҫ өсөн ҡосаҡлап таң аттыра. Намаҙ ваҡытында Мәрйәмде уята ла балтаһын алып, күҙе йәшле хәлдә, сығып китә. Мәрйәм дә, Әсғәтте уятмаҫ өсөн, аҡрын ғына тороп, Хөснөтдин ағайҙарға китә.
1 Мәмләкәт — дәүләт, ил.
165