Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 163.

АСЛЫҠ ЙЫЛ, ЙӘКИ ҺАТЛЫҠ ҠЫҘ Ғәйшә абыстай биш йыл әүәл бик яҡшы көн итә торған бер ғаилә­ нең тәрбиәсеһе ине. Мәрйәм ул ваҡытта ун йәшендә булып, ауыл муллаһының өйөнә барып һабаҡ уҡый ине.

Уҡытыусы, ни ҡәҙәр тәртипһеҙ уҡытһа ла, Мәрйәм өс йылда яҙыу таныны, әҙәпле бер бала булып, һис ваҡытта ярамаҫ эш ҡылманы. Нескә күңелле булыу менән бергә зирәк булып, күргән кешенең диҡ­ ҡәтен йәлеп итер, һәр кеше, минең балам да шулай булһа, ни ҡәҙәр бәхетле булыр инем, тип уйлай ине. Әсғәт быйыл биш йәшендә булып, бик йәш көйөнсә, бының кеүек ҡара йылдарға тура килде.

Бынан ике йыл элек Рәхмәтулла ағай вафат булып, был өс кеше ҡараусыһыҙ ҡалғайнылар, һәм, ни ҡәҙәр Рәхмәтулла ағайҙың яҡын­ дары булһа ла, таш күңелле, рәхимһеҙ кешеләр булып, үлергә ятҡанда ауыҙға һыу һалыр ҡәҙәре шәфҡәттәре юҡ ине.

Рәхмәтулла ағайҙың вафат булыуы Ғәйшә абыстай менән Мәр­ йәмгә шул ҡәҙәр тәьҫир итте, быларҙың күҙ йәштәре туҡтауһыҙ аҡты­ лар, быларҙы күреп Әсғәт тә илай ине. Рәхмәтулла үлгән көндө булмаһа ла, күп тормай, Хөснөтдин ағай мал даулай башлаған ине. Бер йыл даулашҡандың һуңында күп малдар бөттө. Ғәйшә абыстайҙар ҙа көндән-көн фәҡирлеккә ҡала башланылар. Быларҙың ҡараусыһы бул­ маған кеүек, башҡа йәһәттән дә һис бер яҡлаусылары юҡ ине. Ғүмер­ ҙәрендә тәрбиә күрмәгән ауыл ағайҙарыбыҙ быларҙың хәлдәрен күреп, аҙ ғына ла булһын, ярҙам итмәнеләр. Бәлки быларҙың фәҡирлектә­ ренә шатланалар ине. Рәхмәтулла ағайҙан яҡшы ғына мал ҡалһа ла, ике йыл эсендә тамам булды. Әҙәм балаһы, тәбиғи, яуыздарға ярҙамсы булғанлыҡтан, Хөснөтдин ағайҙарға һүҙ менән булыштылар. Бисара Ғәйшә абыстайҙарҙың иҙелеп йәшәүҙәрен белә тороп та, шәфҡәт күҙҙәре менән ҡараманылар.

Бәғзе ваҡытта, бәхет-дәүләт кире китһә, уйламаған урындарҙан бәлә-ҡазалар килеп, кешене хурлыҡҡа төшөрә. Шуның кеүек, һис һүҙһеҙ Ғәйшә абыстайҙарҙың бәхетһеҙлегенә сәбәп булған кеүек, быйыл аслыҡ булды. Ҡайғы өҫтөнә ҡайғыларҙың ямалыуы, ни ҡәҙәр ауыр икәнлеге, һәр бер кешегә билдәле булһа кәрәк. Шуның кеүек, был өс кешенең башына бындай ауыр йылдарҙың килеүе үткән ҡай­ ғыларҙы онотгорҙо. «Аһ, әғәр ҙә атайығыҙ булһа ине, был йыл йәннәт кеүек рәхәт менән үтер ине» тип, үткән көнкүрештәрен иҫкә төшөрҙө. Бының кеүек ауыр йылдар, етем ҡалған ҡатындарҙы ғына түгел, бәлки ҙур байҙарҙы ла ҡайғыға төшөрә. Бөтә мәмләкәткә1 зарар килтереп, аҫтын-өҫкә килтерәлер. Нисә йылдарға бер килгән был ҙур бәлә үтеп киткәс тә, ҡурҡынысы нисә йылдар буйы күңелдән сыҡмай. Йә, рабби, бындай бәләләрҙе икенсе тапҡыр күрһәтмә! — тип доға ҡылырға мәжбүр итәлер, һәм ни ҡәҙәре сыҙамлы булһа ла, кеше аслыҡ кеүек ҙур эштәргә түҙә алмай. Алтындан ҡәҙерле йөҙ һыуҙарын бер һыныҡ 164
Закрыть