Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 161.

— Уныһын-быныһын ҡуй ығыҙ. Бына мин бар саҡта, ике арала булған һүҙегеҙҙе һөйләшеп бөтөрөп ҡуйығыҙ.

— Инде, әбей, беҙ икебеҙ бер-беребеҙгә буласаҡ кеше, бер-бере­ беҙҙе расходҡа батырырға тырышмабыҙ.

— Эйе, шулай. Туй уҙҙырырлыҡ расход булһа ярар, унан һуң...

— «Унан һуң» — тигән һүҙең ниндәй һүҙ?

— Күпме аҡса, күпме тауар алдығыҙ? — тип һораһалар ни әйтер­ беҙ?

— Эй, ҡыҙым, кем һораһын, һин ҡыҙ түгел бит инде. Хәҙергә аҡса- фәлән кәрәкмәй.

— Шулай булһа ла...

— Юҡ инде, әбей, хәл ҡәҙәре аҡса бирмәй булмаҫ. Ҡыҙ булмаһа ла ҡыҙҙан артыҡ әле ул беҙҙең Сәрбижиһан! Ете-Һигеҙ һум аҡса, ике күлдәк, тағы ваҡ-төйәк нәмәләр бирмәй булмаҫ. Кеше араһында, егетлекте күреп ҡалһындар.

— Мин шул әйткән һүҙҙәргә риза.

— Ай-Һай, һеҙ икегеҙ алдан килешеп ҡуйған кеүек икәнһегеҙ. «Ғашиҡ булдыҡ тигән» инегеҙ, уныһы ла дөрөҫмө әллә? — тине, шая­ рып.

— Хоҙай ҡушҡандыр инде, — тине Әхмәтғәли.

— Ярай, һәр нәмәгә тәүәккәллек кәрәк бит. Туй ҡасан булыр? — тине Сәрүи.

— Миңә, хет бөгөн булһын. Бер булғас тиҙ булған яҡшы, — тине йылмайып Әхмәтғәли.

— Шулай ҙа, балам, ғиддәт тигән нәмә бар шул.

— Әбей, муллаға аҡсаны күберәк бирһәң, уҡымаҫмы икән ни?

— Юҡ, балам, шәриғәт ҡушҡан эште аҡса өсөн боҙмаҫтар.

— Хәл юҡ, сабыр итербеҙ шул инде, — тине көрһөнөп Әхмәтғәли.

Биби ҡарсыҡ менән Әхмәтғәли хушлашып сығып китәләр. Бер- ике айҙан һуң, ауыл ғәҙәтенсә, туй яһанылар.

Туйҙан һуң, бер ун көн самаһы ваҡыт үткәс, Сәрүи менән Әхмәт­ ғәли һүҙгә килештеләр. Сәрүи бик ҡыҙып: — һин, хәйерсе! Урам буйынса йөрөгән эт аҙғынына барған мин дурак. Яҡшыраҡ ир табылмаҫ инеме ни? — тине.

— Етер, тимен, ҡара йөҙ, етер! Тик торғанда, эт урынына туҡмап ташлармын! — тине йоҙроғон күрһәтеп Әхмәтғәли.

— Килеп һуғып ҡара әле, нисек булыр икән?

— һуғыу түгел, аръяғына китермен.

— Әҙер өйгә килеп кергәс, һимереп киткән икәнһең, бик уҙып һөйләшмә!

162
Закрыть