Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 160.

— Ай-Һай, беҙҙең әбей! Эште булдырғандыр, ахыры, бик ҡаты атлап килә, — тине.

— Беҙ йөрөгән эш булмай ҡалмаҫ... Бындай әллә нисә эште уры­ нына ҡуйған әбейең булырмын мин, — тип көлдө Биби ҡарсыҡ.

— Нәмә булды, әбей? Йәһәтерәк һөйлә, йөрәктәрем сығып бара!..

— Никах уҡытып ҡайттым тиһәм, ялған булыр, дөрөҫө: бөгөн кис йәсиғ ваҡытында ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бармай ҡалма! Мин дә барыр­ мын, нимә булһа ла шунда булыр.

— Раҫ әйтәһеңме?

— Ниңә ялған әйтәйем? Мине ялғансы тип белдеңме ни?

— һүҙ рәте менән генә әйтәм. Бигерәк шатлыҡлы булып китте.

— Әхмәтғәли, балам, инде һүҙҙең тоғроһо шул: һеҙгә килергә риза булды. Үҙегеҙ, бер-берегеҙҙе күреп, һөйләшеп ҡарағыҙ әүәл. Сәрүи үҙе лә шулай тип әйтте. Бер булғас, йәһәтерәк булһын инде. Изге эштең, иншаллаһ, Хоҙай тиҙ йүнен бирер.

Сәрүиҙең йорто. Биби әбей йәсиғ намаҙы уҡый. Сәрүи самауыр­ ҙың башын түбән табан ҡаратып, шалтыр-шолтор ҡаға. Шул ваҡыт ишек асылып китә. Унан: — Беҙҙең әбейҙең намаҙ уҡыуы бөтмәҫ инде. Тик бының һауабын ҡайҙа ҡуйып бөтөрөр икән? Сәрүи туташ, бик иҫән тораһыңмы? — тип һөйләнә-һөйләнә Әхмәтғәли килеп керҙе. Уны күреү менән, Сәрүи тиҙ генә шәлен алып ябынды: — Аллаға шөкөр. Аҡрын ғына торған булабыҙ әле. Ирһеҙ ҡатын­ дың тороуында ни йүн булһын тағы, — тине, оялып ҡына.

Биби ҡарсыҡ башын сәждәгә ҡуйғас, аҙ тигәндә, ун минут самаһы ваҡыт үткәрҙе. Был ваҡыт Әхмәтғәли баҫҡан ерендә һүҙһеҙ тик торҙо. Биби, ҡулын юғары күтәреп, доға ҡылып бөтөрҙө лә: — Әй, балам Әхмәтғәли! һауабы булһа, урыны табылыр-табылы- уын. Беҙ үҙебеҙ ялҡаусан. Бына мин төн буйы егерме рәҡиғәт нәфел намаҙы уҡыйым. Ялҡаулыҡҡа сәбәп шайтан ҡотҡоһо инде ул.

— Әбей, ярай әле һеҙ намаҙ уҡыйһығыҙ. Беҙ бит бына бер ҙә уҡы­ майбыҙ, ни нәмә булыр икән беҙгә?..

— Әй, Әхмәтғәли, әле һеҙҙең йәш ваҡыт. Аҙыраҡ уйнап-көлөп ҡалығыҙ. Ваҡыт еткәс уҡырһығыҙ.

— Дөрөҫ әйтәһегеҙ, әбей, йәш ваҡыт, аҙыраҡ уйнап-көлөп йөрөмәй булмай.

— Шулай шул, балам, әле мине күрәһегеҙ бит: кешеләр уйнап- көлөп йөрөһөн өсөн нисә көндәр буйына зәхмәт сигеп йөрөйөм.

— Рәхмәт инде, әбей, был эшегеҙҙе ғүмер буйы онотмабыҙ, — тине Әхмәтғәли, м ы й ы ғ ы н борған булып көлөмһөрәп.

161
Закрыть