абынып йығылдым... Ғәлимә апай тәрән бер ҡараңғылыҡ эсенә инеп юғалды... имеш, тим.
Шундай ҡурҡыныс төштәр күреп, ҡурҡыуымдан уянып киттем. Үҙем тирләгәнмен, үҙем ҡалтырайым, йөрәк дөп-дөп һуға. Шул уяныу ҙан һуң күҙемде йомһам да, кире йоҡлай алманым. Кисә киске ваҡиғаларҙың, ауыр тәьҫире менән ҡурҡыныс төштөң ҡалдырған йәмһеҙлеген уйлап таңға индем һәм, шәкерттәрҙе намаҙға уяткан ҡазыйҙың тауышын ишетеү менән, урынымдан тороп тиҙ генә кейенеп, мендәрҙәремде һәндерәгә ырғыттым да үҙебеҙҙең өйгә ҡайтып киттем...
III Мин өйгә ҡайтып барғанда, көн аҙ ғына яҡтыра башлаған, ауыл кешеләре тороп, ҡатын-ҡыҙҙары һыуға, ирҙәре ат эсерергә барырға сыҡҡайнылар инде. Улар икешәр, өсәр кеше бергә йыйылып, кисәге эш тураһында һөйләйҙәр.
— Ауылда бәрәкәт ҡасырып!..
— Үҙҙәре хәҙер ни йөҙ менән торалар икән?..
— Эй, оятһыҙҙар!.. Ҡара йөҙҙәр!..
— Уның Закирына шунда нығыраҡ бирергә кәрәк ине, аҙ бул ған!.. — тигән рәүештә һүҙҙәр һөйләп, зыҡ ҡубалар ине.
Миң быларҙың һүҙҙәренән эштең барған һайын ҙурға киткәнен, бер төн эсендә был хәбәр бөтә ауылға таралып, бөтә халыҡты мәшғүл итеп өлгөргәнен белеп, өйгә ҡайттым.
Башҡа ваҡытта беҙҙең өй эсендә күңелле була, мин ҡайтып инеү менән әсәйем ҡаршы алып, хәлде һораша торғайны. Бөгөн улай булманы, әсәйем күңелһеҙ генә сәй урыны әҙерләй, атайым бик тәрән уйҙа ултыра ине.
Мин өйгә инеп сисенгәнсә, миңә бер һүҙ ҙә әйтмәнеләр. Тик сәйгә ултырғас ҡына, әсәйем: — Ниңә иртә ҡайттың? — тип һораны.
Минең атай, Фәхри бабайҙың киреһе, бик йомшаҡ күңелле, йыуаш кеше булып, үҙ эшенән башҡаны белмәй, ауылдағы төрлө та лашлы эштәргә ҡатнашмай, бер нәмәгә лә артыҡ асыуланмай торған баҫалҡы кеше ине.
Әсәйем атайыма ҡарағанда үткер, етеҙ, күберәк һөйләүсән кеше, ләкин уҫал тәбиғәтле түгел, шуның өсөн улар бөгөн күңелһеҙ булһалар ҙа, артыҡ ҡыҙыулыҡ күрһәтмәйҙәр, бәлки үҙҙәренең хәсрәттәрен тик тороуҙары һәм йөҙҙәренә сыҡҡан күңелһеҙлектәре менән генә белде рәләр ине.
Бик оҙаҡ һүҙһеҙ-ниһеҙ торғас, әсәйем: — Кисә мәҙрәсәлә нимәләр булды, Ғәлимә апайыңды күрҙеңме? — тип һораны.
17