лар. Шул кисте мылтыҡ атып, кейәү килеп керҙе. Килеп кереүе менән күңелдәрем һалҡын булып китте. Бары бер мәртәбә генә шәлемде күтәреп, үҙенә ҡараным. Ҡайтанан күрәһем килмәне. Шулай итеп, был мөхәббәтһеҙ ирем менән ун биш йыл торҙом. Ғүмер буйына ярат маным үҙен. Әлдә вафат булды. Шул ирем вафат булғас, утыҙ биш йәшемдә, икенсе иргә барҙым. Был ирем утыҙ биш йәшендә, көслө, йәш бер матур егет ине. Әүәлге ирем вафат булыуына ҡат-ҡат шөкөр ҙәр ҡылдым. Шулай рәхәтлек менән егерме йыл торғас, илле биш йәшендә вафат булды. Аллаһы Тәғәлә урынын ожмахта ҡылһын! Үҙем дә ҡартайҙым, өсөнсө иргә бара алманым.
— Ай, әбей, бик рәхәт ғүмер һөргән икәнһегеҙ. Хоҙай ҡушып, миңә лә бер йәш кенә ир тура килһә ярар ине.
— Шулай инде, йәш һөйәк — аҫыл һөйәк була. һиңә лә табылыр, әллә нисә урындан һорарға торалар. Бына хәҙер генә Әхмәтғәли менән һөйләшеп ултырҙым, һине алырға бик ихласлы йөрөй, үҙемә әллә нисә мәртәбә әйтте: «Әбей, һораһана, әбей, һораһана инде!» — тип ялына. Әхмәтғәли кеүек егет бик бәхетле ҡыҙға ғына тура килер, үҙе матур, үҙе таҙа, уға ҡушылһаң, яңынан ҡыҙ булырһың!..
— Эйе шул, әбей. Үҙем дә Әхмәтғәлиҙе әллә ҡасандан бирле яратып йөрөйөм. Өйөмдө йыйыштырам да, ҡыҙҙар кеүек кенә, түр башына менеп ултырам. Әхмәтғәли ҙә урамда, мин һине алам, тигән кеше ши келле арлы-бирле йөрөй. Бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡмы, тип тә ҡуям.
— Ғашиҡ булһағыҙ, бына мин һеҙҙе бер-берегеҙгә ҡушып, һауаплы булайым, һин, аҡса-фәлән күп һорама, туй уҙҙырырлыҡ булһа ярар. Әхмәтғәли үҙеңә килә торған кеше. Хатта туйға килеүҙән дә ҡасмаҫ.
— Үҙемдең ирем буласаҡ кешенән ниңә аҡса һорайым ти мин. Тик ғиддәт1 тулғансы сабыр итһен.
— Сабыр итер, ниңә итмәһен! Бер-ике көн сабыр итеү түгел, бер йылға сабыр итер. Ҡатын алыу тиҙлек менән булмай. Ул бит бер сәғәттә була торған ҡурсаҡ уйыны түгел. «Сабыр иткән — мораҙына еткән. Ашығыу — шайтан эше, сабырлыҡ — Аллаһы Тәғәлә фиғеле», тип әйткәндәр ғалим-ғөләмәләр.
— Әбей, инде улай булһа, Әхмәтғәлиҙең үҙен күреп бер һөйләшеп ҡуйырға кәрәк. Араға шайтан кереп ҡуймаһын.
— Улай булһа, мин бөгөн кис килергә ҡушырмын.
— Ярай, улай булһа, мин әҙерләнеп торормон, һеҙ бик һарғайтмай ғына килегеҙ инде...
— Ярай, улай булһа, һау булып тор! — тип сапанын ябынып сығып китте. Ул Саҙрый байҙар тураһында Әхмәтғәлигә барып осраны. Әхмәтғәли уны күреү менән, рухланып: 1 Ғиддәт — дин буйынса, ирҙән тол ҡалған ҡатын икенсе иргә сыҡҡансы, бер билдәле ваҡыт үткәрергә тейеш була. Шуға ғиддәт тип әйтәләр.
160