арлы-бирле йөрөй. Ул, өҫтөнә ҡыҙыл бишмәт кейгән, билен ҡара бил бау менән быуған. Бейек үксәле итек кейеп, салбарын һалындырып ебәргән. Әхмәтғәлиҙең ата-әсәһе юҡ, кем тура килһә, шунда хеҙмәт итеп тамаҡ туйҙырып йөрөй торған бер кеше ине. Шул ваҡыт урам буйлап, аҡрын ғына атлап, Биби ҡарсыҡ килеп сыҡты: — Иҫәнме, Әхмәтғәли балам? — тип һаулыҡ һорашты һәм туҡталып ҡалды.
— Аллаға шөкөр, әбей, үҙегеҙ иҫәнме? Йә, әбей, эштәр буламы?
— Аҡрын ғына йөрөгән булам шунда, кеше ҡайғыһын ҡайғыртып.
— Барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең ҡайғыбыҙҙы ҡайғыртҡас, беҙ ҡатынды ҡайҙан алабыҙ, беҙгә кем баш ҡоҙа булыр?..
— Шулай шул, Әхмәтғәли, беҙгә кеше өсөн йөрөгәс тә ярар.
— Йә, әбей, кисә булдыңмы, шуны әйт! Беҙгә бүтән һүҙҙең кәрәге юҡ, эш булырлыҡмы?
— Әй, балам, беҙ йөрөгән эш булмай ҡаламы һуң? Кисә булдым, ундай-бындай китаптар, әкиәттәр һөйләп ултырҙым. Таһир менән Зөһрәнең ғишыҡ тотоуҙарын, шул юлда йөрөп, ҡауыша алмай вафат булғандарын — бөтәһен һөйләнем. Үҙе лә рәхәтләнеп китте. Сәй ҡуйҙы. Кейәүгә барыу яйҙарын ғына һөйләп ултыра ине, ҡәһәр һуҡһын, Гөлъямал килеп керҙе лә мин сығып китмәйенсә сыҡманы. Инде, бөгөн әйтермен, күндерермен, тип барған сағымда бына үҙеңә килеп юлыҡтым. Хуш, һау бул әле, мин кереп эште булдырып сығайым.
— Хуш, иҫән бул, әбей!
Биби әбей Сәрүиҙең ишеген асып, һөйләнә-һөйләнә барып керҙе.
— Кейәүгә барырға әҙерләнгән ҡыҙҙар шикелле, нимә эшләп ул тыраһың, ҡыҙым?
— Анау-бынау ҡыҙҙарҙан артыҡ булмаһам, минең ҡайһы ерем ҡыҙҙарҙан кәм, — тине Сәрүи көлөп.
— Арыумы, балам, иҫән-һау ултыраһыңмы? — тип һикегә ултырҙы.
— Аллаға шөкөр, әкренләп кенә. Ғәйепкә алмаһаң, ҡыҙ булып кейәүгә барырға ултырам әле...
— Кем ғәйепкә алһын? Йәш кенә көйө кейәүгә бармай, кейәү йөҙөн күрмәй нисек тораһың инде. Ниғмәтулланы онотҡанһыңдыр инде.
— Әй, әбей, онотмаймы һуң инде. Үлгәне яҡшы булды. Әллә икенсе, йәшерәк, кейәүгә барыр инем. Йәшәреп, рәхәтләнеп ҡалыр инем. Әле лә күңелем, ҡыҙҙар кеүек, дәртләнеп тора, йәш кейәү менән ҡушылыу- ҙарымды уйлап, рәхәтләнеп ҡалам.
— Әй, балам, ул һүҙең бик дөрөҫ! Бына мин үҙем ундайҙы бик күп күрҙем. Ун һигеҙ йәшемдә, тай кеүек шаярып йөрөгән сағымда, атай тотто ла кейәүгә бирҙе. Биргән кейәүе илле биш йәшендәге, бер ҙур һаҡаллы кеше ине. Биргәнен үҙем белмәй ҙә ҡалдым. Бары тауарын- аҡсаһын алып, никах уҡыр саҡта ғына белдем. Туй булған көндө Салих ағай килде лә: «Илау ризалыҡ билдәһе ул» тип, никах уҡыны 159