Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 157.

— Эйе. Ул татар тигәндәре Ниғмәт ағай икән бит... Ауылдың был яғында үлгән, ти. Юлдың бер яҡ ситендә ята икән. Янында бер бот оно менән бәрәңгеһе бар, ти. Шуға хәҙер староста кеше алып бара. Закон, доктор килгәнсе ҡарауылларға ҡуша икән.

— Нихәл итәйем, Хоҙай ҡушҡан эштер инде. Бик бәхетһеҙ икән- мен, бер рәхәтләнеп ғүмер һөрә алманым. Фәҡир генә булһаң да, тигеҙ генә ғүмер һөрһәң, шул бик яҡшы икән. Был донъяла рәхәт күрә алманы, Аллаһы Тәғәлә ахирәттә бирһен инде, — тине Сәрүи еңенең осо менән күҙҙәрен һөртөп.

— Иншаллаһ, ахирәтгә бирер. Бай булып вафат булғандарға ҡара­ ғанда, фәҡир кеше ожмахҡа ҡырҡ йыл алдан керә, тип әйтәләр икән муллалар.

— һис булмаһа, ахирәтгә бирһен инде.

— Үлгән кеше үлә лә китә, уның артынан үлеп булмай. Әле йәш кенә көйөгөҙгә һеҙҙең бик ҡайғырыр ерегеҙ юҡ. һеҙҙең үҙегеҙҙәй берәй йәш табылыр әле, юҡ өсөн илап торорға ярамай!

— Уныһы шулай ҙа бит, үлеүе менән үк кейәүгә барыуы ла кешенән оятыраҡ булыр.

— Ниңә оят булһын, ҡарар кеше булмағас, бер ҙә оят булмаҫ.

— Кейәү табылыр ул, ҡасмаҫ әле. Бына был иремде йәһәтләп күмеүе бик ауыр булып тора. Кәфенгә, саҙаҡаға аҡса ҡайҙан алырмын икән? Кәфенде, әллә, Саҙрый бай бирһә лә бирер, бүтәндәрен ҡайҙан алырмын икән?..

— Иншаллаһ, барыһы ла табылыр, — тине Биби ҡарсыҡ.

Шул ваҡыт, староста ебәргән кешеләр, Ниғмәтулланың оно менән бәрәңгеһен күтәреп килеп керҙеләр.

Өс-дүрт көндән һуң становой менән доктор килеп ҡаранылар ҙа, араҡы эсеп үлгән тип, күмергә ҡушып киттеләр. Кеше араһында төрлө һүҙҙәр күп булды, «Ниғмәтулла араҡы эсеп үлгән», «мосолман зыяра­ тына күмергә ярамай», тип әйтеүселәр ҙә табылды. Шулай инде, фәҡирлек ниҙәр күрһәтмәй!..

3 Шул уҡ йорт. Ниғмәтулла үлгәндән һуң бер-ике ай ваҡыт уҙған ине инде. Соланды яҡшылап таҙартҡандар. Сәрүи үҙенең биттәрен аҡбур яғып ағартҡан. Ҡырҡ биш йәшендәге Сәрүи хәҙер бармаҡтарына йөҙөктәр, беләктәренә беләҙектәр кейеп, түр башына менеп ултырған да, тәҙрәгә ҡарап ошо йырҙы йырлап ултыра: Беҙҙең урам арҡыры, аға һыуҙың һалҡыны, Шул йәнейем иҫкә төшһә, яна йөрәк ялҡыны.

Ул, һирәк-һирәк тәҙрәгә ҡарап, асыҡ йөҙ менән көлөп-көлөп ҡуя. Сәрүиҙең йорто ҡаршыһында, урамдың икеңсе яғында Әхмәтғәли 158
Закрыть