Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 156.

Шул уҡ йорт. Марттың ун бишенсе көнө. Ниғмәтулла өйҙә юҡ. Ул рус ауылына йәкшәмбе байрамына киткән. Сәрүи мейес тултырып икмәк һалған, өйгә икмәк еҫе аңҡып сыҡҡан. Мейес тирәһендә йөрөү сәбәпле, Сәрүиҙең йөҙө ҡыҙарып киткән. Үҙе ҡайнарға ҡуйған сама­ уырҙың морон төбөн ҡамыр менән йәбештереп ултыра. Самауырҙың эсенән һирәк-һирәк һыу тамып, ул сыжылдаған дәһшәтле-дәһшәтле тауыштар сығарып ҡуя. Самауырҙың ал яғындағы селтәре һыныу сәбәпле, уны ике ҡолағына тимер сыбыҡ менән тартып бәйләп ҡуйыл­ ған.

Самауыр ҡайнағас, иҫке ҡалай һауыттан таҡта сәй алып, «тыҡ» иттереп, сәйнүккә һалып ебәрҙе лә, һыу ағыҙа башланы. Самауырҙың мороно нәҙек булыу сәбәпле, һыу бик оҙаҡ аҡты. Сәйнүктең үҙ мороно кителеп төшкәс уға ҡалай морон ҡуйғандар һәм тимер сыбыҡ менән ҡоршағандар. Ҡапҡастың тоткосо һынғас, ағастан ғына ҡуйғандар. Ҡыҫҡаһы, был сәйнүк бик күп төрлө биҙәктәр менән биҙәкләнгән ине. Сәйнүккә һыу ағыҙып утҡа ҡуйҙы ла, ашъяулыҡ йәйеп, сынаяҡтарын килтерҙе. Унан, самауыр ултырта торған, уйылып-уйылып янған таҡ­ таны һикенең бер ситенә ҡуйҙы ла, самауырҙы килтереп ултыртты. Ул арала, ут өҫтөндә ултырған сәйнүк тә бығыр-бығыр ҡайнап, ҡапҡасты сылтырата башланы. Яңы бешкән икмәк менән, Сәрүи рәхәтләнеп сәй эсергә ултырҙы.

Ул арала булманы, ах-вах итеп, Биби әбей килеп керҙе. Уның былай килеп кереүен күргәс, Сәрүи ҡаушап китеп: — Ни булды, әбей?.. Ни булды? — тип ҡат-ҡат һорай башланы.

— Ни булһын, балам, ауылдың бер яғында бер кеше араҡы эсеп янып үлгән, ти. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, беҙҙең Ниғмәтуллаға оҡшай. Аллаһы Т ә ғ ә л ә хәйерле ҡылып, мәңгелек иман бирһен инде, һәр ҡай- һыбыҙ бара торған урын, ҡасып ҡотолоп булмай...

— Ай Аллам, ниҙәр эшләйем икән?.. Бигерәк бәхетһеҙ баш икән- мен, бигерәк насар урындарҙа вафат булып, йөрәктәремде яндыра. Өйҙә, түшәк өҫтөндә ятып үлһә, тағы бер хәл ине, ундай урындарҙа вафат булыуы әҙәм араһында ла оят бит әле...

— Сабыр ит инде, балам! Әллә ул булмаҫ, икенсе кеше булыр. Ул була ҡалһа ла, илау менән файҙа юҡ инде.

— Шулдыр, әбей, шулдыр. Минең бәхетһеҙлегемә ҡаршы тура кил­ гәндер. Әллә нимәләр күрер көнөбөҙ барҙыр әле, үҙебеҙ белмәгәс тә...

Ул арала Сәйфетдин ҡарт балаһы Хәбибулла йүгереп килеп керҙе лә, быларҙың илап ултырыуҙарын күреп, туҡталып ҡалды.

— Ниңә килдең, Хәбибулла, ни йомошоң бар? — тип һораны Сәрүи.

— Үҙегеҙ ишеткәнһегеҙҙер инде, илап ултыраһығыҙ бит.

— Әлеге, бер үлгән татар тураһында әйтәһеңме?

2 157
Закрыть