Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 155.

тауышы һәм ҡеүәте менән илап, күршеләренә барып эште һөйләп бирҙе, үҙе Хәким ағайҙы алып килде.

Ул арала инде Яҡуп ағай Ниғмәтулланы бер мөйөшкә алып барып, йығып, өҫтөнә менеп ултырғайны. Күршеләр килеп ут яндырҙылар, һәммәһен айырып, баҙҙан сығарҙылар. Ләкин Ниғмәтулла ағайҙың һаман да асыуы баҫылманы. Ул Яҡуп ағайға ҡарап: «һин минең өйҙө баҫырға килеп, талай алмағас, һуғыш сығарғанһың икән. Разбой, раз­ бой!» — тип ҡысҡыра-ҡысҡыра тағы ла Яҡуп ағайға барып йәбеште һәм һуға ла башланы...

Яҡуп, был бәләгә килеп кереүенә үкенеп һәм ҡайғырып: «Бәйләнмә, бәйләнмә!» — тип ҡысҡырырға тотондо. Быға ҡаршы Ниғмәтулла: «Ниңә бәйләнмәҫкә? Ни өсөн йорт баҫып, һуғыш сығара­ һың?» — тип, тағы ла нығыраҡ бәйләнә башланы.

Ул арала йыйылып өлгөргән башҡалар, уларға һуғышырға ирек бирмәйенсә, бер-береһенән айырып алып киттеләр. Ниғмәтулла, шаһиттар күрһәтеп, эште судҡа бирергә булды.

Кешеләр сығып киткәс, Ниғмәтулла менән Сәрүи икеһе ике яҡҡа ҡарап ултырып алдылар ҙа бер-береһенә өндәшмәй, асыулы йөҙҙәре менән тора бирҙеләр. Шулай булһа ла, әсе аслыҡтан үкергән Ниғмә­ тулла ағайҙың сыҙар хәле ҡалманы. Ул ихтыярһыҙ ҡаты тауыш менән: — Ни эшләп ултыраһың тағы, самауыр ҡуймай... — тип һүҙ баш­ ланы.

— Эскең килһә, ҡуй ҙа эс, ҡулың бар бит!..

— Бына мин «ҡуй ҙа эс»те яңынан ныҡлап бирермен, кәрәк булһа һиңә...

— Бирҙең инде, етер, һиңә ғелән-ғелән бирҙермәҫтәр. Ас хәйерсе! һиндә минән башҡа кеше ҡатын да булып тормаҫ!..

— Бар, сығып кит!.. һин яҡшы булһаң, мин дә былай булмаҫ инем, — тине лә, Ниғмәтулла һикереп торҙо. Мендәр аҫтына ҡуйған аҡ тунды кейеп, сығып та китте. Ул туп-тура лавкаға барып керҙе һәм: — Арыумы, Вачили! — тип әйтеүе менән, Василий, сыҙай алмай көлә башланы.

Ниғмәтулла, уның үҙенән көлөүенең сәбәбен белмәне: «Был ниҙән көлә икән? Туным йыртыҡтан көлә, тиһәм, электән, һәр көн, кейеп килә торған туным. Ул ваҡыт көлмәгәс, бөгөн көлмәҫ ине, әллә һуғышҡанды ишеттеме икән?» — тип аптырап торғандан һуң: — Шту смиутса? — тип һораны.

— Юҡ, үҙем электән көлөп тора инем, — тине Василий татарсалап һәм баҙҙа йөрөгән саҡта Ниғмәтулланың биттәренә йәбешкән төрлө үрмәксе ауҙарына ҡараны ла, тағы көлә башланы. Ниғмәтулла лавка­ нан бер сирек сәй, ярты ҡаҙаҡ шәкәр, бер ҡаҙаҡ керәндил алды ла ҡайтып китге.

156
Закрыть