Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 154.

асыуланып: «Күҙең сыҡҡанмы ни? Шул еҙҙе күрмәй ватып бөтөргән­ һең!» — тип, ҡысҡырып һүгә башланы. Сәрүи ҙә тик торорға теләмәне: «Мин ҡайҙан күрәйем? Ҡараңғы баҙҙа күрергә мине ен тип белдеңме ни?..» — тип яуап ҡайтарҙы. Ниғмәтулла тағы ла ҡыҙа төштө һәм: — Тағы ла ҡаршы яуаплашаһың! — тип, баҙҙан сығып килгән Сәрүиҙе һалып та ебәрҙе. Сәрүи, йығылып ҡайтанан баҙға төшөп китте. Ниғмәтулла бер биргәндә бирергә кәрәк тигән кеүек итеп, аяғы менән һуҙылып Сәрүигә тибәм тигәндә, үҙе лә баҙға йығылып төштө. Баҙға төшөүенә ғәйәт асыуланған Ниғмәтулла Сәрүиҙең яғаһына барып йәбеште һәм өҫтөнә ултырып алды ла туҡмай ҙа башланы. Был һуғыштың килеп сығыуына үҙен ғәйепле һанап, ҡурҡыуынан илай алмайынса баҙҙың бер мөйөшөндә ултырған бала, шул минутта, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, йүгереп сығып китте. Урамға сығыу менән, ул, бындай ҡурҡыныслы һуғыштан сәләмәт ҡалыуына шатланып, илап ебәрҙе. Ул арала бала янына Яҡуп ағай менән Ғәни ағай килеп сыҡты һәм илауының сәбәбен һорай башланылар. Бала күргәндәрен берәм- берәм һөйләп бөтөрөргә өлгөрмәне: «Ниғмәтулла ағай ҡатынын үлтерә бит» — тип, Яҡуп менән Ғәни йәһәтерәк йүгереп, Ниғмәтулла ағайҙың өйөнә кереп киттеләр. Ашығып кереү сәбәпле, улар, баҙҙың асыҡ икә­ нен белмәйенсә, икеһе бер юлы баҙға төшөп тә киттеләр. Яҡуп ағай менән Ғәни, ҡайҙа төшкәндәрен белмәгәндәй бер хәлдә торғанда, Ниғмәтулланың Сәрүиҙе шап-шоп итеп һуғыуы, Сәрүиҙең «үлтерә- үлтерә» тип ҡысҡырған тауыштарын ишеттеләр һәм ҡайһы яҡҡа ҡуҙ­ ғалырға белмәй арлы-бирле хәрәкәтләнә башланылар. Ләкин дүрт оло кеше баҙға һыйыша алмайынса буталыша башлағас, мейес һелкенеп, бер яҡтан ике-өс кирбес емерелеп ысҡынып китте. Уларҙың береһе Яҡуп ағайҙың башына килеп төшөү менән, маңлайын ярып ебәрҙе, унан ҡан аға башланы. Башына кирбес төшкәнен белмәгән Яҡуп ағай, үҙенә Ниғмәтулла һуҡты тип уйланы һәм: — Миңә ниңә һуғаһың?.. Мине бисәң тип белдеңме? — тип ҡыс­ ҡырып ебәрҙе һәм Ниғмәтулланың яғаһына йәбеште. Күҙгә төртһәң күренмәҫтәй ҡараңғыла Ғәни ағай ҡаушап һәм ҡурҡып, ни эшләргә белмәй, ашығып, бер таҡтаға башын илтеп бәрҙе. Уның башы йәрә­ хәтләнмәһә лә, күҙ төбө япраҡ ҙурлығы ҡара янып сыҡты. Ғәни ағай ҙа эсенән: «Кем һуҡты икән? — тип уйланы һәм: — Алла, Алла!» — тип ҡат-ҡат, ҡаты-ҡаты ҡысҡырһа ла, баҙҙағы тауышты бер кем ишет­ мәне. Ниғмәтулла Яҡуп ағай менән һуғыша башлағас, Сәрүи уның ҡулынан ысҡынып, баҙҙан бөтөнләй үк сығып ҡасты. Ул, хатта, өйҙә тормай күршеләренә барырға уйлап, тура ишеккә ташланды. Бындағы ваҡиғаны балаһы ҡайтып һөйләгән Шакир ҡарт, ашығып Ниғмәтулла өйөнә килә ине. Шакир ҡарт ишекте асып ебәреүгә унан, атҡан уҡ кеүек атылып, Сәрүи килеп сыҡты ла, уны бәреп тә йыҡты. Шакир ҡарт, соланда арҡыры-торҡоро ятҡан сей ҡайын ағастары өҫтөнә арҡаһы менән барып төштө. Сәрүи уға илтифат итмәйенсә, бөтә 155
Закрыть