Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 153.

Сәрүи бутҡаны һикегә ҡуйҙы ла, түшенән энә алып бирҙе. Ниғмәтулла филтәне тартып та сығарҙы, энә шарт итеп һынып та китте. Сәрүи, ни эшләргә белмәйенсә, сырылдап: — Әллә энәне һындырҙы инде, бөгөн генә Әхмәҙи ағайҙарҙан алып ҡайтҡайным, зыян өҫтөнә зыян була ла тора, — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Ниғмәтулла торбаһыҙ лампаны яндырып ҡуйҙы. Ләкин быялаһы булмау сәбәпле, лампаның яҡтыһы үҙе тирәһенән башҡа ергә китмәне.

Сәрүи яҡшы уҡ керләнә төшкән аласа ашъяулыҡты һикегә йәйҙе лә, бутҡаны килтереп, ашарға ултырҙылар. Баянан бирле әпәй һорап ултырған балаға ла туҫтаҡ менән бутҡа һалып бирҙеләр. Бала бирелгән бутҡаны әҙһенде, үпкәләп, аяғы менән тибеп ебәрҙе һәм бер ҡатарҙан әлеге лампаны ла бәреп ауҙарҙы. Филтәне сығара һәм төшөрә торған еҙе ҡупҡан лампа ауыу менән, ашъяулыҡҡа майы түгелде һәм дөрләп яна башланы. Ниғмәтулла ағай, көтөлмәгән был хәлдән ҡурҡып китте һәм ни эшләргә лә белмәйенсә, ашығып, ашъяулыҡты табаҡ аҫтынан тартып алды ла һүндерә башланы. Ул ашъяулыҡты тартҡан уңайға бутҡалы табаҡ һикенән иҙәнгә әйләнеп барып төштө. Табаҡтың бутҡаһы ашарға ярамаҫлыҡ булып иҙәнгә йәбеште. Ниғмәтулла яна башлаған ашъяулыҡты һүндереп бөтөү менән, лампа яндырғансы ла сабыр итмәне, асыуланып, балаһын һуғып ебәрҙе. Күҙҙәренән уттар күренгән бала ҡысҡырып илай башланы. Сәрүиҙең ҡараңғыла һәрмә­ неп, лампаны яңынан яндырырға маташыуы барып сыҡманы. Сөнки лампаның табаҡ менән бергә иҙәнгә осҡан филтәһе туп-тура баҙға төшөп киткәйне. Өйҙә шырпы заты юҡ ине. Шул сәбәпле, Сәрүи усаҡ янына барып утлы күмер өҫтөнә бер ағас киҫәген һалды ла уфылдап өрә-өрә саҡ яндырып, филтәне эҙләй башланы.

Сәрүи бөтә урындарҙы ҡарап таба алмағас, филтәнең иҙән аҫтына төшөп китеүен ихтимал тотоп, асты ла баҙға төшөп китте. Тап шул арала күрше бер кешенең балаһы йомошҡа кереп килә ине. Ниғмә­ тулла ағай баҙҙың асыҡлығын аңлатырға теләп балаға: «Инмә, тимен, инмә!» — тип ҡаты итеп ҡат-ҡат ҡысҡырып ҡараһа ла, бала үҙенә ҡыс­ ҡырғанды аңламаны, бәхетһеҙлегенә ҡаршы ишек асып инеү менән, тура, баҙға йөҙтүбән төшөп тә китте. Ул, кескенә баҙҙы тултырып ултырған Сәрүиҙең өҫтөнә барып төшөү сәбәпле бер нәмәһе лә ауырт­ маны. Бары тик Сәрүи йығылып китеп, уты ғына һүнә. Был арала Ниғмәтулла ни эшләргә белмәйенсә: «һин, һин!» — тип ҡысҡыра башланы. Унан һуң Ниғмәтулла, асыуланып: «Нимә булды, ҡәһәр һуҡҡыры? Ер йоттомо? Алла һуҡҡыры, ни нәмә! — тип төрлө-төрлө ҡәбәхәт һүҙҙәр менән баланы һүгергә керешеп китте һәм ағасты янды­ рып Сәрүигә бирҙе. — Был донъяның бәлә һәм ҡазаһы бөтөрмө икән?.. Һаман ҡаза, һаман ҡайғы, хәсрәт, ни эшләргә?» Сәрүи ут менән ҡарағас ҡына, үҙенең аяҡ аҫтында ятҡан филтәле еҙҙе тапап йәнсеп бөтөргәнлеген аңланы. Ул, эшкә ярарлыҡтан сыҡҡан еҙҙе Ниғмәтулла ағайға алып бирҙе. Ниғмәтулла быға бик 154
Закрыть