Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 152.

— Сәй булмағас, самауыр ҡуйыуҙа ни файҙа бар?... Икмәк тә юҡ, он да бөттө...

— Бер бот он алғанға әле бер аҙна ла булмай... Шул бөттөләме?.. Ниңә бик бәрәкәтһеҙ булды?

— Бөтмәй әллә... Кешенән үтескә алған икмәктәр бар ине. Шу­ ларҙы бирҙем. Динмөхәммәт ҡатыны Хәсбигә лә бер икмәк бирәһе бар ине.

— Ай-һай, бер ҙә етешеп булмай. Мин эшкә киткәндә әйтеп ҡал­ мағанһың икән, Саҙрый байҙа арыш ононоң яҡшыһы бар ине.

— Лавкала, Василийҙа юҡмы ни? Унда ла арыш оно барҙыр.

— Булыу менән... аҡса ҡайҙа? Янымда алтмыш тин аҡса бар. Хәҙер сәй, шәкәр кәрәк, был арала ит тә ашағаныбыҙ юҡ, ике-өс ҡаҙаҡ ит алып, һурпа эсербеҙме икән тип уйлағайным. Саҙрый бай көтөргә бирер, иртәгә барғанда алып ҡайтырмын, ботона бер-ике тин осһоҙ ҙа булыр.

Был һүҙҙәрҙе һөйләшкәндә улар, бер-береһе менән асыуланышҡан кешеләр кеүек, ҡаты-ҡаты, ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшәләр ине.

Шул ваҡыт ҡаҙан бығыр-бығыр итеп ҡайнай башланы. Сәрүи бер ҡулы менән бутҡаны болғаны, икенсе ҡулы менән үрелеп, һике аҫтына тығып ҡуйған майҙы алғас, ғәжәпкә ҡалып, бер аҙ торҙо ла: — Ай, Хоҙайым, раббым, ҡәһәр һуҡҡыры бесәй икән, майҙы ашап бөтөрә яҙған! Көндөҙ Әхмәди ағайҙарҙа бауырһаҡ бешергәндә, ҡултыҡ аҫтыма ғына ҡыҫтырып алып ҡайтҡайным! —тип ҡысҡырып ебәрҙе.

— һи, булмаған нәмә!.. Кеше майҙы шул ергә ҡуямы ни?.. Тышҡа, соланға ҡыҫтырып ҡуялар уны. Ул бесәй — муйынын бороп ташлай торған ғына бесәй ул, зыяңдан башҡа файҙаһы юҡ.

— Мин ҡайҙан беләйем уны?

— Ниңә белмәҫкә, һәр көн ҡуйған бер нәмәне ашап торғас.

— Ризыҡҡа яҙмағандыр инде.

— Яҙмаҫ шул. Нәмә-ҡараны урынына ҡуя белмәгәс.

— Йә, күп лыҡылдап ултырма инде... — тип, майҙың бесәй ашаған урынын бысаҡ менән ҡырып ташланы ла, ҡаҙанға һалып, болғай баш­ ланы.

Ниғмәтулла тәмәкеһен тартып бөтөргәс, төкөрөп, иҙәнгә ташланы ла, һикегә барып ултырҙы һәм бер ни тиклем кәйефләнеп, күтәренке тауыш менән: «Ай-Һай, был Саҙрый, ай-һай, был Саҙрый бай, тамам байып бөттө. Бөгөн амбарҙа он бушаттыҡ. Амбар тулы арыш оно менән һоло. Ул ит тигән нәмә туп-тулы! Аллаһы Тәғәлә биргән дә ҡуйған» — тип һөйләргә кереште.

Сәрүи бутҡаны һоҫа башланы. Ниғмәтулла аяғын сисергә тотон­ ғас, сабатаһының туҙғанлығын күрҙе һәм эсенән «һис бер еткерер хәл юҡ» тип уйланы. Кейемдәрен һалып, лампа яндыра башлағас, уның филтәһе сыҡмай торған булып табылды. Ниғмәтулла асыуланып һәм лампаны күтәреп һуғырҙай булып, ҡарғана-һуҡрана энә һораны.

153
Закрыть