Ҡояш байыған. Өйҙөң эсе ҡараңғы. Мәгәр, усаҡ аҫтына яғылған утын әкрен генә ялт-йолт итеп янып тора. Бутҡа бешерер өсөн ҡаҙанға һалған һыу ҡайнарға яҡынлашҡан. Ҡаҙандан күтәрелгән боҫ, бер ни тиклем йәм биргәндәй итеп, өйгә тарала.
Усаҡ алдында алъяпҡыс бәйләп, сабыуын ҡыҫтырған, ендәрен һыҙғанған, яулығы туҙып түбәһе тишелгән, бер ҡатын ярма йыуа. Ул, бер ҡулы менән табаҡты төбөнән, ярма ағып бөтмәһен өсөн икенсе ҡулы менән табаҡтың ситенән тотҡан хәлдә баҫып тора. һике түрендә ултырған бер бала һуҙып-һуҙып: «Әсәй, әпәй, әсәй, әпәй!..» тип, ҡысҡырып-ҡысҡырып илап, ашарға һорай.
— Сеү, тимен, балам... сеү, тимен, — бына хәҙер атайың ҡайтыр. Ул ҡайтыуға бутка бешә, сабыр ит. Булмаһа, мин һиңә әллә ҡайҙан әпәй табып бирмәм инде, — тине Сәрүи.
Шул ваҡыт ишектән өҫтөнә бишмәт кейеп алъяпҡыс бәйләгән, башына тишек бүрек, аяғына яңы сабата кейгән һәм муйынына иҫке шарф ураған Ниғмәтулла ағай: — Әй был донъя, үҙем көн-төн эштә йөрөйөм. Ә бына был ҡоро әрәм тамаҡ ҡатын, ҡапҡанан кергән юлды ла көрәп ҡуймаған. Бына быға ни әйтерһең инде! Әллә бынан һуң өйҙә үҙем генә ҡалайыммы икән, булмаһа? — тип һөйләнә-һөйләнә ҡайтып инде. Шул ваҡыт уның ҡатыны Сәрүи, ҡаҙанға ярма һалып торған килеш, әсе тауыш менән: — Әллә тағы, өйҙә ҡалғас та, тик торҙо тип белә? Был ҡәһәр һуҡ- ҡыры ирҙәргә ғүмерҙә ярап булмаҫ! — тип ҡысҡырып ҡаршы алды.
— Тик тормай, утын киҫтеңме әллә, чурт-шайтан...
— Ана, тик торған һиңә! Был ҡаҙанға һала торған ярманы күктән төштө тип беләһеңме ни?..
— Кемгә эшләнең? Мин ҡайҙан беләйем...
— Әхмәди ҡатыны Фатима абыстайға аш-һыу әҙерләнем, шәмбе көн ҡунаҡтар саҡыралар икән.
— Ниндәй ҡунаҡ ул тағы?.. Үткән көн генә өй тулы ҡунаҡ саҡыр ғандарын күргән инем. Байҙар ҡунаҡ булыуҙан бушамайҙар, ағай, Хоҙай биргәс...
— Заһидулла ағайҙың... ауылына оҙатҡан ҡыҙы Гөлсирә килгән икән, шуны керетеп сығарабыҙ, тип ултыра ине.
Ниғмәтулла һикегә килеп ултырҙы ла кеҫәһен аҡтара башланы. Унан ҡап-ҡара бер янсыҡ сығарып алдына һалды. Тәүҙә ҡағыҙҙың бер ситенән йыртып алып төргәс, төкөрөгө менән йәбештерҙе лә, әлеге янсыҡтан усына тәмәке һалып, уны тултырып алды. Унан һуң мейес янына барып сүгәләп ултырҙы ла, бер башы янған ағасты алып, көсәнә-көсәнә тартып, тәмәкеһен тоҡандырҙы. Тәмәкеһен бер тапҡыр һурғас, ике бармаҡ араһына ҡыҫтырып тотто ла, һис ҡайғыһыҙ бер кеше кеүек: — һин, һин ҡара әле, самауыр ҡуймайһыңмы ни? Бөгөн бит мин көн буйы бер яҡшылап сәй эскәнем юҡ.
152