Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 150.

ХИКӘЙӘЛӘР ФӘҠИРЛЕКТӘ ҮГКӘН ТЕРЕКЛЕК 1 Ҡыш миҙгеле, күптән буран. Ауылдың бер башындараҡ бер йортта башы һалам менән ябылған бер өй тора. Был өйҙөң ишек алдында сыбыҡтан үреп яһалған соланы бар. Буран-ел инмәһен өсөн, уны тиҙәк менән һылағандар. Солан эсендә бер мөйөштә ҙур ҡабыҡ алап менән көл тора. Уның өҫтөн әҙерәк ҡар баҫҡан. Икенсе бер мөйөштә ике-өс пар һепертке менән бер пар сабата эленеп тора. һәм ерҙә, үтмәҫ балта менән киҫелгән, ярылмаған йомро сей ҡайын утын­ дары арҡыры-торҡоро булып яталар. Өйҙөң ике тәҙрәһе бар. Уларҙың урам яғындағыһы дүрт өлгөлө, мейес эргәһендәге икенсеһе уйып ҡына яһалған һәм быяла урынына ҡарындыҡ ҡуйылған. Ишектең уң яғында мейес тора. Ул, алға табан бер аҙ ҡыйшайғас, емерелеп китмәһен өсөн, ике ҡайын терәү менән терәп ҡуйғандар. Мейестең ярылып төтөн сыҡҡан урындары ҡыҙыл балсыҡ менән һыланған. Түрҙә һике. һикегә иҫке сепрәктән туҡылған балаҫ йәйелгән. Стена буйында ҡыҙыл фран­ цуз ситса менән ямалған аласа тышлы ике мендәр ята. Мендәрҙәр араһында ең төптәре йыртылған, иҫке бер тун да бар. һикелә, мейес тапҡырында, арттағы күгәндәре ватылған бер иҫке һандыҡ тора. Асҡан сағында уны, ҡул менән тотоп тормаһаң, ҡапҡасы артка төшә лә китә. Һандыҡ өҫтөндәге таш тәрилкә эсендә ике-өс пар сынаяҡ тора. Уларҙың икәүһе ямаулы. Стенаның, тап шул һандыҡ торған тәң­ гәлендә, ҡашыҡлыҡ яһалған һәм унда ситтәре кителеп бөткән, өс-дүрт ағас ҡалаҡ теҙеп ҡуйылған. Мейестең ҡаҙан тапҡырындағы мөрйә­ һендә балсыҡтан, ҡош ояһы кеүек, түңәрәкләп яһаған бер урын бар. Уның эсендә әҙерәк шырпы менән ике тин баҡыр аҡса ята.

Ишек алдында ҡураның ҡоймаһы-фәләне юҡ. Бары тик өйҙән алыҫ түгел бер ерҙә ҡамыш менән ҡыҫып яһаған кәзә аҙбары ғына бар. Был аҙбарҙа һаҡалын һелкә-һелкә кәзә көйшәп ята.

151
Закрыть