Уның артынан уҡ Ғәлимә апай менән Закир ағайҙы ла алып сығып киттеләр. Хәҙрәт тә, оҙаҡ тормай, кәйефһеҙ бер хәлдә сығып китте. Был эш мәҙрәсәлә ауыр бер тәьҫир ҡалдырҙы.
Хәҙер һис кемдең ҡулы китапҡа бармай, һис кем баяғы ваҡиғанан башҡа эш тураһында һөйләмәй ине.
Хәҙрәт сығып киткәс, киске сәйҙе эскәндә лә һүҙ һаман шул турала булды. Шәкерттәрҙең күбеһе Ғәлимә апайҙы ҡыҙғанып, уны яҡлап һөйләнеләр, теге егеттәрҙең был эште үслек менән эшләүҙәрен хөкөм иттеләр. Арала: «Ну, үҙе матур ҙа һуң ул!.. Мин уны күргәнем бар ине. Ҡыҙғаныс, меҫкен... шундай мужик егете менән йөрөп хур булған», — тип әйтеүселәр ҙә булды. Ләкин мин быларҙың һүҙҙәрен тыңлаған һайын уңайһыҙлана инем. Бындағы үҙ ауылыбыҙҙың малайҙары ла һәм сит ауылдарҙан килеп уҡыусы шәкерттәрҙең ҡайһы берәүҙәре лә Ғәлимә апайымдың бер туған апайым түгел икәнен беләләр ине. Шулай ҙа был эш өсөн минең уңайһыҙланғанымды, хатта йәшерен генә илағанымды ла һиҙеп алдылар.
Береһе килеп: «Бына Ғәлимә апайың ни эшләгән?» — тиһә, икенсе береһе: «Ниндәй ҙур ғәрлек, әҙәм көлкөһө!» — тип минең асыуымды килтерергә итәләр ине. Мин бер аҙ сабыр итеп тора алһам да күпкә сыҙай алманым, илап ебәрҙем. Улар минең илағанды ғына көтөп торған кеүек, тағы ла үртәй башланылар. Байтаҡ шәкерттәр йыйылды. Мин тағы ла уңайһыҙландым, тағы ла илай башланым. Ләкин минең илауым шәкерттәр өсөн көлкө генә булды: — Ниңә илай ул?
— Апаһы өсөн илай, ул бит уның апаһы...
— Апайың егет менән тотолһа, һин дә иларһың...
— Ғәрлек шул! — тигән һүҙҙәрҙе минең эргәмдә генә һөйләйҙәр ине. Шәкерттәр йоҡларға ятҡас та, һаман да был эш тураһында һөйләүҙе яңырта баралар ине.
Мин шундай ауыр хәсрәт эсендә йоҡларға яттым. Ләкин минең күҙҙәремә йоҡо инмәне. Мин һаман Ғәлимә апайымды уйлап, шуны ҡайғыртып, тик шуның тураһында ғына уйлап ята инем.
Минең уяулығым йоҡо арҡыры төшкә барып тоташты. Мин йоҡ лап киткәс тә, төшөмдә лә, һаман Ғәлимә апай менән һаташтым... Бына Ғәлимә апай беҙгә ингән, имеш. Үҙе шат, үҙе көлә, имеш... Бына ул ҡапыл ғына ергә йығылып китте... Ул илай, уны әллә ниндәй йәмһеҙ кешеләр килеп, илата-илата алып киттеләр, уның күлдәктәре йыртылып бөткән, имеш... Уны туҡмайҙар, ул ҡасырға тырыша, ул бөтәһенән дә ҡотолоп ҡасты... тағы ла тәрән соҡорға йығылып төштө... Ҡара әле, Ғәлимә апайҙы Фәхри бабай ҡыуып йөрөй... Ул Фәхри бабай булманы, әллә кем булып сыҡты.. Бына Ғәлимә апай ҡурҡып ҡаса, уны ҡыуалар... Ул илай, ярҙам һорай. Ләкин ярҙам итеүсе юҡ. Мин уның артынан барырға иткәйнем дә, аяҡтарым йөрөмәйҙәр, мин 16