Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 149.

Ул үҙенең дәүләте ҡулынан киткәнгә, эшсәндәр хужа булғанға һуң дәрәжәлә ҡайғыра: Илаһи, ҡалмаһын көнөң уларға: Малыңды алһалар, һат башҡаларға; Бөгөн биргәндәреңде лә кире ал!..

Ләкин ул малын башҡаларға, сит ил байҙарына һата алманы һәм «биргәндәрен» кире ҡайтарып ала алманы, буғай.

Шуның өсөн уның боронғо шатлыҡтары юғала: Беҙ генә инек беҙ, ғәйреләр ят ине, Бер ерҙә инек даим, күңелдәр шат ине.

Революция капиталды һәм уның хужаларын туҙҙырғас, улар тара­ лалар. Инглиз, француз, урыҫ байҙарының Уралдағы рудник, алтын приискылары менән шағирҙың алтын приискылары ла эшселәр хөкү­ мәте ҡулына күсәләр.

Хәҙер уларҙа яңы эштәр эшләнә, яңы ҡалыпҡа йырҙар йырлана, көслө машиналар шаулай. Уралда хәҙер Магнитостройҙар бара...

Ҡ ара тупраҡ тулы мазлум нидаһы, Улар кемдәр?.. Улар кемдең нидаһы?..

Ләкин инде хәҙер ул ерҙәрҙә мазлум аһы түгел, гигант заводтар ҡысҡырыуы ғына ишетелә.

Закрыть