•к •& * Йылдар үттеләр. Приискыла эшләгән көндәр артта ҡалдылар. Тик ундағы күренештәр, эшселәрҙең ауыр тормоштары, уларҙың төрлө һәләкәттәргә осрауҙары, «ат башылай алтын», Сәлим бабайҙың имгә неп һыҙланыуҙары, байҙарҙың кәйеф-сафала йөрөүҙәре һаман да күҙ алдында торалар.
Йылдар үткәндән һуң ғына «Дәрдемәнд» имзаһы менән яҙылған шиғырҙарҙың эйәһе Закир әфәнде Рәмиев булып, уның шул приискы ларҙың хужаһы икәнен белдем. Беҙ шағирҙың алтын приискыһында эшләгәнбеҙ икән. Теге меңәрләгән эшселәр бөтәһе лә Дәрдемәндтең хазинаһын байытыусылар булған икән.
Ләкин ул үҙенең шиғырҙарында бер ваҡытта ла уларҙы иҫкә алмай, күрәһең, уның «шәреҡ ғишҡы» менән янған йөрәге улар өсөн тибә алмаған.
Ул һаман үҙ синыфы өсөн генә яна: Янды Мәжнүн, янды Фәрхат, Бер янып ат алдылар, Мин ғәрип мең ҡ ат янып та Яндыға һаналманым, — ти.
Ул уларҙың көстәренән файҙаланыуҙы шиғри ҡалыпҡа һала: Әгәр илгә таратһаң бер хазина, Бер аҡсанан төшөр һәр өй беренә, Бер аҡсанан әгәр алһаң уларҙан, Булыр һәр кемдә хасил бер хазина, — тип, улар араһында хазиналар яһауҙы үҙенең фәлсәфәһе итеп ала.
Ул үҙенең «дәүләтенә» ҡарап, Хоҙаһына шөкөр итә: Ни ҙур был дәүләт кем — шөкөр итәм чук, Минең бер кемде лә йәбер иткәнем юҡ ... - ти. Һәм эшселәрҙе тиргә батырып эшләтеүҙәрен йәбергә һанамай.
Ул үҙенең аш бешереүсеһенең ҡаймаҡ ашауынан шикләнә: Ашсы ҡаймаҡты ҡ апҡ ан, Мәсегә яла яҡҡан: Ышанырмы икән байы, Ни әйтер абыстайы?.. — тип, бер ҡабым ҡаймаҡ өсөн аш бешереүсегә ышанмауын белдерә.
149