Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 147.

Ул был хикәйәне уҡый ҡалһа, миңә асыуланыр, һис булмаһа, үпкәләр ине...

Иртәгеһен беҙ бөтә ҡоралдарыбыҙҙы, сатырҙы һәм үҙебеҙ өсөн кәрәк булған аҙыҡтарҙы тейәп, шағирҙың алтын приискыһынан көньяҡ-ҡояшбайышына ҡарай сығып киттек. Көн матур, сикһеҙ матур ине.

Приискы аҡрынлап артга ҡалды. Шуның менән бергә унда минең йөрәгемдең бер киҫәге ҡалған кеүек булғанға күрә, приискы бейек ҡырҙың артында ҡалып юғалғансы ҡарап барҙым. Шулай приискы артта ҡалған кеүек, минең ғүмеремдең дә бер киҫәге шунда өҙөлөп ҡалды.

Сахра кешене йырлата, күңелләндерә бит. Беҙҙең иптәштәр йыр­ лай башланылар. Тик мин генә уйланып бара инем.

Уларҙың йырҙарын ярылырҙай булып шалтыраған ҡыңғырау тауыштары бүлде. Беҙ артыбыҙға әйләнеп ҡарауға, унан өсәр ат егелгән өс көймә (повозка) килә, ерҙе емерерҙәй булып шәп киләләр ине. Беҙҙән алда барған штейгер (ул тарантаста бара ине) көймәле кеше­ ләрҙе күреү менән, башлап үҙе юлдан сыҡты ла, беҙҙе лә юлдан сығырға ҡушты.

Беҙ юлдан сығып та өлгөрмәнек, көймәләр беҙҙең яныбыҙҙан үтеп киттеләр. Штейгер аяғүрә баҫып, уларға честь биреп ҡалды. Ләкин улар йәлтәфит (илтифатһыҙ) үттеләр.

Көймәләрҙең өҫтәре ҡайтарылып һалынғанға күрә, ул көймәләрҙә кемдәрҙең барын беҙ асыҡ күрҙек. Унда приискы хужалары һәм улар­ ҙың бисәләре һәм балалары ине. Беҙ улай-былай юлға төшкәнсе, улар күҙҙән яҙҙылар. Тик сандары ғына күренә башланы. Шунда штейгер беҙгә ҡарап: — Шакир, Закир Садиҡовичтар... Улар Балҡан приискыһына ба­ ралар, — тине.

— Шулай, Шакир, Закир Садиҡовичтар. Ну, үҙҙәре лә йөрөй бе­ ләләр ҙә һуң!..

Минең иптәштәр байҙар тураһында штейгер менән һөйләшәләр. Ләкин мин уларҙың һүҙҙәрен бер ҙә ишетмәгән кеүек, уйҙа барам.

Күҙ алдымда приискы, казармалар, землянкалар «ат башылай алтын», бергә эшләгән эшсе иптәштәр, Сибғәт бабайҙар, Хәҙисә, теге ямау ямап ултырған бисәләр баҫып торалар.

Сәлим бабайҙың кисәге һыҙланыуҙары ҡолаҡ төбөмдә яңғырап торғандай булалар...

Был яңғырау, әллә яңы ғына үткән ҡыңғырауҙар тауышы, әллә Сәлим бабайҙың һыҙланыу тауышы — мин уларҙы айыра алма­ йым...

148
Закрыть