Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 146.

Байтаҡ ваҡыт үткәндән һуң ғына Сәлим бабайҙың һыҙланыуы кәмей төшкән кеүек булды ла, тирә-яғына ҡарап алды. Шунан һуң күҙе миңә төштө.

— Иҫәнме әле?

— Яҡшы әле. һеҙгә күрешеп китергә килгәйнем дә, һеҙ бик ҙур күңелһеҙлеккә осрағанһығыҙ икән...

— Шулай булды инде... Ҡайҙа китәһең?

— Разведкаға...

— Хәйерле булһын... Ҡайтҡанда беҙгә төш.

-Ярай...

Мин уны оҙаҡ тороуым менән борсомаҫ өсөн, күрешеп китергә булдым. Ул миңә һулаҡай ҡулын һуҙҙы. Уның сөйалле ҡулы ут кеүек ҡыҙыу ине. Күҙгә ҡараны ла: — Иҫән бул... — Уның күҙе йәшләнде, мин тағы иҫәнләшеп, ба­ шымды эйеп, уның эргәһенән киттем.

Сибғәт бабайҙар, әбейҙәр һәм башҡаларҙың бөтәһе менән дә күреш­ тем. Улар бөтәһе лә, мине үҙҙәренең иң яҡын кешеләре кеүек күреп, ҡат-ҡат күрешеп, ҡайтҡанда үҙҙәренә төшөргә ҡушып оҙаттылар.

Мин казарманан сыҡҡанда, ҡараңғы төшкән булып, ҡаршымда бер ҡарасҡыл тора ине. Текләп ҡарағас, уның Хәҙисә икәнен белдем.

— Китәһеңме ни?

— Китәм шул...

— Ниңә китәһең инде? Бында ла эш бар бит?

— Шулай ҙа, иптәштәр менән китергә уйланым.

— Кире бында ҡайтырһыңмы һуң?

— Беҙ бер-ике айҙан ҡайтырбыҙ.

— Беҙгә төшөрһөң инде.

— Ярай...

Бер аҙ ғына һөйләнгәс, мин уға ҡулымды һуҙҙым. Ул ҡулын биреү менән бергә миңә бер ҡағыҙ ҙа тотторҙо. Уның ҡулы эҫе, ләкин ҡулға рәхәт бирә торған эҫе ине.

Ул ҡағыҙҙы биргәс: — Только бер кешегә лә әйтмә, зинһар, кеше белмәһен! — тине.

— Әйтмәм, бер ваҡытта ла әйтмәм.

Тағы күрештек. Казарманан кемдер сыҡҡас, ул артҡа сигенде. Мин башымды эйҙем дә, унан айырылып, ҡараңғыны ярып үҙебеҙҙең сатырға ҡайттым.

Мин ҡайтҡанда иптәштәр ятҡайнылар. Сатыр алдындағы ут яҡтыһында Хәҙисәнең биргән яҙыуын уҡыным. Ул был хатты: «Только бер кешегә лә әйтмә, зинһар, кеше белмәһен», — тигәйне бит. Мин дә кешегә әйтмәҫкә вәғәҙә бирҙем. Шуның өсөн ул был хатҡа нәмәләр яҙғанын был урынға теркәмәҫкә булдым. Сөнки мин ул хатты бында яҙһам, Хәҙисәгә биргән вәғәҙәмде лә боҙған булыр инем.

147
Закрыть