— Беҙҙе Орски яғына разведкаға барырға ҡушалар. Беҙгә кәрәк булған бөтә ҡорал һәм аттарҙы контора үҙе бирә. Ә эш хаҡы былай: биш аршын тәрәнлеккә тиклем — аршыны 20 тин, унан ун аршын тәрәнлеккә тиклем — 25; егерме аршынға тиклем — аршыны 30 тин; унан да тәрәнгә китһә, 30 аршынға тиклем — аршыны 35 тин.
— Ә унан дә тәрәнгә китһә?
— Унан дә тәрәнгә китмәҫ, тиҙәр.
— Ҡасан китергә?
— Иртәнән һуңға китергә. Беҙҙең менән барасаҡ штейгер беҙҙе бик димләй. Унда һеҙгә яҡшы булыр, ти, мин һеҙҙе контораға үҙем әйттем, ҡәҙерен белегеҙ, ти.
Беҙ һөйләштек-һөйләштек тә, барырға ҡарар бирҙек.
Беҙ инде иртәнән һуңға китербеҙ!..
* * * Иртәгеһен беҙ эшкә бармай, үҙебеҙ менән алып китәсәк нәмәләрҙе, арбаларҙы һәм ҡоралдарҙы ҡабул итеү менән көн үткәрҙек. Беҙҙең сәфәр кәрәк-яраҡтары әҙерләнеп бөттө. Йөрәктәр ниңәлер бик йыш тибәләр.
Кис менән мин ғаиләлеләр казармаһына, Сибғәт һәм Сәлим бабайҙар менән күрешеп китергә барҙым. Мин казармаға барып инеүгә, уның Сәлим бабайҙар тора торған яҡ башында байтаҡ кешеләр йыйылышып, нимә өсөндөр аптырашта торалар һәм кемделер ҡыҙға нып һөйләшәләр ине. Мин тура шул кешеләр эргәһенә барҙым. Сәлим бабайҙың бисәһе мине күреү менән: «Ағайың имгәнде бит», — тине лә, күҙҙәрен йәшләндерҙе.
— Нисек, ҡайҙа имгәнде?..
Ул йәшле күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөртөп: — Яңылышлыҡ менән юғарынан ағас төшөп, шуның бер башы уның ҡулбашына килеп бәрелгән. Ярай әле, башына төшмәгән. Башына төшкән булһа, шунда уҡ үлер ине, — тинеләр.
Уның ыңғырашҡан тауышы әллә ҡайҙан уҡ ишетелеп тора ине.
Мин Сәлим бабайҙың янына барҙым. Уның янында Сибғәт бабай һәм уның бисәһе һәм башҡа бер нисә кеше ҡулдарын ыуып, ни эш ләргә белмәй торалар.
— Ҡулбаш һөйәге сыҡҡандыр?
— Әллә ҡулбаш һөйәге һындымы икән? — тип һөйләшәләр ине.
Сәлим бабай салҡан төшөп ята, үҙе һаман һыҙлана, һыҡрана ине.
Хәҙисә, ҡарттарҙың әйтеүе буйынса, бер иҫке күлдәкте йыртып килтерҙе. Уны тоҙло һыуға мансып, Сәлим бабайҙың ҡулына һәм ҡул башына бинт яһанылар. Был ваҡытта уның һыҙланыуына күп күҙҙәр ҙән йәш килде. Хәҙисә сыҙай алмай, мейескә ҡарай әйләнеп илай башланы.
146