Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 144.

— Оромбурҙа торған байҙарға ҡайҙан килһен, ти ул ер?

— Ысынлап та, ер кемдеке?

Беҙ ул ваҡытта үҙебеҙҙең был һорауыбыҙға яуап бирә алманыҡ. Сөнки ер мәсьәләһе һәм социализм тураһында беребеҙ ҙә бер нәмә лә белмәй һәм бер китап та уҡымағайныҡ.

Шуның өсөн: «Ер кемдеке?..» һорауы яуапһыҙ ҡалды.

Һуңғы ун-ун биш көн эсендә, приискынан бер саҡрым самаһы болонлоҡта (туғай һымаҡ ерҙә) дүртебеҙ бергә разведкала йөрөнөк.

Аршыны егерме тин көмөштән ер аҫтына туп-тура түңәрәк тишек (шорф) ҡаҙып төшәбеҙ. Ғәҙәттә, алтын була торған балсыҡ ҡатламына еткәс, бер-ике бадиян балсыҡты йыуып ҡарайбыҙ. Был эштәр, әлбиттә, штейгер ҡарамағында эшләнә. Ҡайһы ерҙә нисә мыҫҡал алтын бөртөгө сыға, йәки бер ҙә сыҡмай, шуға ҡарап, шул урынға бағана ултыртып, билдә ҡуйып китәбеҙ, һуңынан ул ерҙә алтын ҡаҙы­ тыу файҙалымы, түгелме — уны байҙар үҙҙәре беләләр. Беҙҙең бында эшебеҙ юҡ. Ләкин был разведка эше беҙҙең өсөн шәп «кәсеп» булып төштө, һәр көн кеше башына берәр һум төшөрөп кенә торабыҙ.

— Бер һум!.. Был аҙ аҡса түгел, — тибеҙ.

Ун-ун биш көн эсендә болон ҡып-ҡыҙыл тупраҡ сүмәләләре менән сыбарланды. Алты-ете аршын тәрәнлектәге ҡойолар бер нисә тиҫтәгә тулды. Беҙ хәҙер үҙебеҙҙе приискының ысын эшселәре ҡата­ рынан иҫәпләп йөрөй башланыҡ.

* * * Шәмбе көн аҡса алабыҙ.

Ана улар ҡайтып киләләр. Малайҙар бик шат күренәләр. Ахыры беҙгә аҡса тейгәндер.

Беҙ, икебеҙ ҙә аяғүрә баҫып, уларҙы ҡаршыланыҡ: — Ну, күпме аҡса тейҙе?

Улар, тел менән яуап бирмәй, сатырға инделәр, ашъяулыҡ өҫтөнә аҡсаларҙы аҡтарып ебәрҙеләр. Бер устай көмөш тәңкәләр өҫтөнә, шулар араһында бишәр һумлыҡ бер нисә алтын тәңкәләр ялтырап торалар.

Фәйзулла һанарға кереште. Иң элек алтын тәңкәләрҙе алып: — Бер-ике... алты... бөтәһе утыҙ тәңкә, — тип бер яҡҡа ҡуйҙы. Кө­ мөштәрҙе һанағас, утыҙ ике һум ҡырҡ тин булдылар.

— Алтмыш ике һум ҡырҡ тин...

Беҙ бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Ун биш көндә шул тиклем аҡса эшләгәнбеҙ, был аҙ түгел!

Фәйзулла менән Лотфулла бер-береһенә ҡарашып алғандан һуң: — һеҙгә яңы хәбәр әйтәйекме? — тинеләр.

— Әйтегеҙ, ниндәй хәбәр?

145
Закрыть