— Булғаны бер йөҙ һуммы?
— Эйе, бер йөҙ. Мин ул ағайҙың үҙен күрҙем, уның үҙенең ауыҙы нан ишеттем.
— Аҙ, бик аҙ. Ат башылай алтын табып биргән бер кешегә йөҙ һум наград наградмы ни ул! һис булмаһа, бер мең һум бирергә кәрәк ине.
Башҡорт ағайға йөҙ генә һум наград бирелеүенә һәр кемдең эсе бошто. һәр кем байҙарҙың ҡомһоҙлоҡтарына аптырап ҡалды: — Оятһыҙҙар! Улай иткәнсе, лутчы бирмәҫкә кәрәк ине.
— Башҡорт ағайға уны алмаҫҡа, үҙҙәренең йөҙҙәренә бәреп китергә кәрәк ине!
— Алмаһа, байҙарҙың иҫтәре китер, тип беләһеңме әллә?
— Әйҙә алһын. Дуңғыҙҙан бер ҡыл! — тип, эшселәрсә һүгенеп тә ал дылар.
Беҙ кисен эштән ҡайткас, тағы шул алтын тураһында һүҙ башла ныҡ һәм аҡсаға әйләндерғәндә күпме буласағын иҫәпләргә керештек. Иң элек Лотфулла, бармаҡтары менән һанап: — Мыҫҡалы биш һумдан — бер мыҫҡалы биш һум, ун мыҫҡалы йөҙ һум...
— Вот дурак, ун мыҫҡалы йөҙ һум булһын, ти! Илле һум, тиң!..
— Ну, илле һум булһын. Бер ҡаҙаҡта нисә мыҫҡал була әле?
— Туҡһан дүрт...
— Юҡ, туҡһан алты мыҫҡал була.
— Ну, сама менән әйткәндә йөҙ мыҫҡал булһын, ти. Йөҙ мыҫҡал алтын бишәр һумдан биш йөҙ һум була. Вот ҡайҙа китә ул.
Бер аҙ һанағас та беҙҙең бармаҡтарҙың һаны бөттө. Аҡсаның һаны бик күпкә китә башланы. Ептең осон юғалттыҡ, һандарҙы һаташтыра башланыҡ.
Шакир бик оҙаҡ уйлап торғандан һуң: — Ун мең һум бер миллион була түгелме? — тине.
Беҙҙең ҡайһыбыҙҙыр уға ҡаршы: — Юҡ, мең ерҙә мең бер миллион була, — тине.
һандың былай күпкә китеүе беҙҙең баштарыбыҙҙы тағы нығыраҡ әйләндерҙе.
Беҙҙең ҡара хисапҡа «ат башылай алтын», бер иҫәпләгәндә, йөҙ мең, икенсе иҫәпләгәндә, әллә нисә миллионға китте. Нисек тә ул аҡсаларҙың күплеген беҙҙең баштар һыйҙыра алманы. Шуның өсөн иҫәпләүҙе ташланыҡ.
Лотфулла башын һелкеп: — Вот, әй, байҙар тик торғанда, теге ағай уларға ниндәй ҙур хазина табып бирҙе. Ә уның үҙенә булғаны йөҙ һум биргәндәр, — тине.
— Тик торғанда ул да ярай инде.
— Ниңә тик торһон ул? Ерҙе ҡаҙып алтынды табыусы ул бит.
— Ә ер кемдеке?
— Байҙарҙыҡы...
144