шулай «ат башылай алтын» түгел, бәхеткә ҡаршы, берәр ҡул киҫәге тиклем алтын табыла ҡалһа, мин нимә эшләр инем икән, — тигән уйға төштөм.
Мин инде был ваҡытта ҡайҙандыр ҡулға төшөрөп Ҡәйүм Насы- риҙең «Йәгрәфиәи кәбир»ен һәм Төркиәлә баҫылған ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе уҡып тәрәҡҡиләшә башлағайным. Шуларҙы уҡыу минең күңелемдә ситкә китеү, хатга мөмкин булһа, Истанбулға барып уҡыу фекерен тыуҙырғайны.
Иптәштәрҙең һорауы уңайы менән, минең шул теләгем күҙ алдыма килеп баҫты һәм миңә лә берәй көндә алтын табылырҙай булып китте лә: — Әгәр миңә шундай алтын табыла ҡалһа, һеҙҙең менән уртаҡла шыр инем дә, үҙемә тейгән өлөшөмдө аҡсаға әйләндереп, уҡырға китер инем, — тинем.
Алтын табылһа, ни эшләү фекерен әйтеү сираты Фәйзуллаға етте. Беҙ уға ҡарап: — Йә, Фәйзулла, алтын тапһаң, һин нимә эшләр инең? — тинек.
— Мин, үҙ өлөшөмә тейгән алтынды алыу менән ауылға ҡайтып, шунда тора башлар инем.
— һин бигерәк тә пустякты уйлайһың, Лотфулла.
— Ниңә пустяк булһын? — ти.
— Пустяк булмай ни, кеше, уҡыуҙы ташлап, ауылға ҡайтамы һуң? Ауылда ни ҡыҙыҡ бар унда?
«Ат башылай алтын» таба ҡалһаҡ, үҙебеҙҙең ни эшләргә теләгән фекерҙәребеҙҙе яҡлап бик оҙаҡ һөйләшкәндән һуң ғына, аҡ палатка аҫтында йоҡоға киткәнбеҙ.
Иртән тороуға, кис беҙҙең һөйләгән хыялдарыбыҙ, күңелдәребеҙ- ҙән йыуылып алынып ташланған бер хәлдә эшкә киттек...
Эш араһында һаман шул «ат башылай алтын» тураһында һүҙ бара ине.
Эшселәр араһында кисә табылған алтындарҙы таштарҙан айырып үлсәгәс, бер бот та утыҙ биш ҡаҙаҡ саф алтын1 сығыуы һөйләнә, был эшкә һаман да һәр кем хайран ҡала ине.
Алтындың бер бот та утыҙ биш ҡаҙаҡ икәнен ишетеү менән һәр кем бер-береһенән: — Ә уны тапҡан башҡорт ағайға күпме, нисә мең һум наград бирерҙәр икән һуң? — тип һораша башланылар.
«Бер йөҙ һум наград биргәндәр икән»... хәбәре шунда уҡ таралып өлгөрҙө.
1 Ысынлап та, был урындан шундай ҙур киҫәкле алтындар табылыуы бик һирәк була торған ваҡиғаларҙан икән. Шуның өсөн был ваҡиға шул ваҡыттағы урыҫ газеталарында ла айырым хәбәр булып баҫылғайны. (М. Ғафури иҫкәрмәһе) 143