инде. Киске сәйҙе ҡайнатып, эсергә ултыртыу менән, беҙҙең дә бе ренсе һүҙ шунан башланды. Беҙҙең Шакир тигән иптәшебеҙ бер ҡатлы асыҡ кеше ине. Ул һүҙ араһында: — Ну, малай, шул алтын миңә табылһа, мин ни эшләргә белер инем! — тине.
Уның был һүҙе беҙгә бик ҡыҙыҡ тойолдо. Беҙ унан: -Й ә , шул алтын һиңә табылһа, ни эшләр инең? — тип һораныҡ. Ул бер ҙә уйлап тормай: — Темәскә1 ҡайтып, бик шәп йорт һалдырыр инем дә... фәлән бай ҙың ҡыҙын альт, һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып, аҙна-ун көн бик яҡшы һый лап, үҙегеҙгә аҡсалар биреп, Троицкиға уҡырға ебәрер инем, — тине.
Беҙ уның был һүҙенән көлөштөк һәм: — Ул бай һиңә ҡыҙын бирерме икән һуң? — тигән һорауҙы бирҙек.
Ул һаман да шулай бик ябай иттереп: — Бирмәй ни, — ти, — аҡсаң күп булһа, үҙҙәре саҡырып бирер ҙәр... — ти.
— Уның ҡыҙын күргәнең бармы ни һуң?
— Уҙған йыл беҙ уларға утын ташығайныҡ. Шунда ул беҙҙән ҡас май йөрөнө. Беҙҙең менән һөйләшеп тә торҙо. Үҙе тап мәрйә ҡыҙы кеүек: оялып-нитеп тороуҙы уйына ла килтереп сығармай.
Уның был һүҙҙәренән беҙ тағы көлдөк. Ләкин ул беҙҙең келәүе беҙгә асыуланыу түгел, үҙе ҡатнашып китте.
— Бәй! Уның нәмәһенән көләһегеҙ. Улай булғас, шундай алтын тапһағыҙ, һеҙ ни эшләр инегеҙ? — тип беҙҙең фекерҙе һораны.
Лотфулла аҙ ғына уйлап торҙо ла: — Мин бөгөндән Троицкиға ҡайтып, бер ергә лә китмәй, йәйен- ҡышын шунда ятып уҡыр инем, — тине.
Шакир уға ҡаршы: — Пустякты уйлайһың. Шундай күп аҡсам булһа, баш ватып уҡып тораммы һуң! — тине.
— Бер ҙә пүстяк түгел. Бер уҡып сыҡһаң, дүрт яғың ҡибла булып, ғүмергә бер эш тә эшләмәй ятаһың бит!..
Алтын табылыу тураһында һөйләшә торғас, ысынлап та, беҙҙең кеҫәлә хәҙер үк алтындар тулып ятҡан кеүек булып китте.
— Ә һин һуң ни эшләр инең? — тип, минең дә уйымды һоранылар.
— Табылмаған алтын менән ни эшләйһең?
— Юҡ, бәлфараз табылһа?
Улар шулай тип әйткәс, яуап биреү тураһында ауыр хәлдә ҡалдым. Үҙемде уларға яуап бирергә мәжбүр кеүек һиҙҙем. Улар әйткәнсә, 1 Темәс — элекке Орск әйәҙендә яртылаш ҡалаға әйләнеп барған ҙур бер ауыл. Унда бик күп урыҫ һәм татар сауҙагәрҙәре урынлашып, тирә-яҡтағы башҡорт тарҙы «имеп» ятҡандар. (М. Ғафури иҫкәрмәһе) 142