рудаһы кеүек ҡыҙғылт саңға мансылған таш менән аралаш булып, шул таштың араһынан йүгергән бармаҡ йыуанлығы алтын тамырҙары күренеп торалар ине. Кескәй киҫәктәрҙә лә алтын шулай уҡ ҡыҙғылт таш менән аралашҡан.
Был «ат башылай алтын», үҙенең кескәй балалары кеүек булған бәләкәй алтын киҫәктәре менән, өс сирек самаһында ғына тәрәнлек тән, сиҙәм аҫтынан сыҡҡан икән.
«Ат башылай алтын»ды табыусы Урал яғынан килгән башҡорт ағайы. Ул һаман байҙар һәм стражник ҡарамағы аҫтында шул тирәне ҡаҙый. Хәҙер ул үҙенең арыуын да, ашау-эсеүен дә онотҡан кеүек күренә. Кем белә, ул үҙенең шундай ҙур хазина табыуы шатлығы менән эсенән әллә нимәләр уйлай торғандыр. Ул шулай ашығып, бөтә көсөн биреп ҡаҙый. Уның маңлайынан ағып төшкән тирҙәре саңға мансылған йөҙөндә эҙ ҡалдырып, түбән ағып төшкәндәр.
Байҙар үҙҙәренең күҙҙәрен алдарында яткан «ат башылай алтын» өҫтөнән ер ҡаҙыусы башҡорт ағайы алдына төшөргәндәр. «Ат башы лай» ғына алтын уларҙы ҡәнәғәтләндереп бөтмәй, күрәһең. Уларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ юҡ. Улар ни өсөн шатлана алмай торғандарҙыр, уны кем белә?
Бер аҙҙан һуң, байҙарҙың өлкәне, стражникты эргәһенә саҡырып, уның ҡолағына нимәлер әйтте. Стражник шунда уҡ ҡарап тороусы ларҙы был ерҙән китергә ҡушып, ҡыуырға тырышты.
Беҙ көлә-көлә ҡайтып киттек. Байҙар асыулы күҙҙәре менән Иран балаҫы өҫтөндәге «ат башылай» алтынға ҡарап ҡалдылар.
Беҙ хәҙер яйлап, рәхәтләнеп ҡайтабыҙ.
Юлда ҡайтып барыусыларҙың ауыҙҙарында тик шул «ат башылай алтын» тураһында һүҙ бара.
— Вот малай, ат башылай алтын ҡайҙа ғына яткан бит! Беҙ шуның өҫтөнән атлап йөрөгәнбеҙ!..
— Уны табыусы ағай бәхетле инде!.. Ул бөгөндән һуң бер ҙә эшлә мәһә лә тора алыр. Уның ҡалған ғүмеренә етерлек наград бирерҙәр...
— Күпме булыр икән?
— Алтынды таштарынан алып үлсәгәс беленер әле.
— «Миллион» һумлыҡ алтын барҙыр унда!
— «Миллион» булмаҫ — булыуын да, шулай ҙа күп булыр инде.
— Тик торған ерҙән байҙарға шул тиклем алтын инһен әле, ә? — тигән һүҙҙәр ағып торалар.
Беҙ, иптәштәр менән, башҡорт ағайына осраған бәхеттең беҙгә лә осрауын өмөт итәбеҙ. Беҙҙең күңелгә хәҙер һәр ерҙә алтын табылыр кеүек күренә. Шуға күрәлер инде, беҙҙең бер иптәш, юлда осраған ҡыҙғылт таштарҙы ҡулына алып әйләндереп-әйләндереп ҡарай ҙа ташлап китә.
Бөгөн киске сәй ваҡытында һәр бер палатка, һәр бер землянка һәм казармаларҙа шул «ат башылай алтын» тураһында һүҙ бара торғандыр 141