ҡаршы тороу өсөн, бындай эштәрҙе язаһыҙ ҡалдырып та булмай, шәриғәт хөкөмөн йөрөтөү — беҙҙең бурысыбыҙ, бының өсөн фәтеүә китаптарында сәрих1 дәлилдәр бар, мәҫәлән: һеҙҙең берегеҙ, халыҡ араһында насарлыҡты күрһә, шуны ҡулы менән үҙгәртһен, әгәр ҡулы менән үҙгәртергә көсө етмәһә, ул эштең ярамағанлығын теле менән һөйләһен, әгәр ҙә уға ла көсө етмәһә, күңеле менән ул эшкә ҡаршы тороп, риза түгел икәнен белдерһен, ләкин был дәрәжәлә ҡалған кешенең иманы зәғиф, тигән хәдис бар, — тип һөйләне.
Хәҙрәттең был һүҙҙәренә ҡаршы теге кешеләр берҙән: — Шулай, хәҙрәт, шулай! — тип ҡысҡырып ебәрҙеләр. Мәҙрәсә эсендә тағы ла шау-шыу ҡупты. Закир ағайҙың башы тағы ла түбән төштө. Ғәлимә апай тағы ла мейескә нығыраҡ терәлде.
Мәсьәлә тиҙ генә сиселмәҫлек бер төҫкә инде. Хәлфәләр ҙә тар тышты һуҙғандан һуҙҙылар. Уларҙың күбеһе Ғәлимә апай менән Закирҙы аҡлау яғын тотҡан кеүек күренделәр. Күгәрсен Сәлим дә бер нисә тапҡыр ҡатнашты. Ул асыҡтан-асыҡ тип әйтерлек Ғәлимә апай менән Закир ағайҙы аҡлау яғын тота ине.
Йыйылған халыҡтарҙың күбеһе тип әйтерлек быларға ҡаршы булып, был ҙур эште былай ғына ҡалдырырға ярамағанлығын аңла тып, үҙҙәренең тотҡан юлдарында ҡаты торҙолар.
Хәҙрәт мәсьәләнең былай ҙурға киткәнен күргәс, бер аҙ уйлап торҙо һәм: — Йәмәғәт, был эш бөгөн генә тамам булмаҫ. Иртәгә шаһиттарҙан берәм-берәм яуап алырбыҙ, шәриғәт хөкөмөн ижара итеү юлында ижтиһад ҡылырбыҙ2. Бөгөн уларҙың икәүһен ике урынға ҡуйып, ҡарауыл ҡуйығыҙ, һис берегеҙ ҡул менән хөкөм итәһе булмағыҙ! — тине.
Хәҙрәттең һүҙҙәре һәм мәслихәте ҡабул күренде. Теге егеттәр Закир ағайҙы ҡарауыл өйөнә, Ғәлимә апайҙы Ғәбдрахман бабайҙарға алып китергә, шунда ҡарауылларға булдылар. Кешеләр араһынан: «Икәүһен ике ҡара мунсаға ябып, шунда ҡарауыл ҡуйырға кәрәк!» — тип әйтеү селәр булһа ла, уларҙың һүҙҙәрен ҡабул итмәнеләр.
Күптән бирле ҡалтыранып, эштең нимә менән бөтәсәген көтөп, саҡ-саҡ сабыр итеп торған Фәхри бабай тағы ла ҡыҙып китте һәм уры нынан тороп, Ғәлимә апайға ҡарап: — Минең өйөмә ҡайтып инәһе булма! Беҙҙең нәҫелдә булмаған эште эшләгән, ҡарт көнөмдә хурлыҡҡа ҡалдырған кешегә минең өйҙә урын булмаһын! — тип асыуланып сығып китте. Ул үҙенең шул тиклем халыҡ араһында хурлыҡҡа ҡалыуына сыҙай алмай, бер яҡтан, ҡалты рай, икенсе яҡтан, илау дәрәжәһенә килеп йомшарғайны.
1 Сәрих — асыҡ.
2 Ижара итеү юлында ижтиһад ҡылырбыҙ — эшкә ашырыу юлында тырышыр быҙ.
15