Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 139.

* -к * Көн аяҙ. Ҡояш Урал тауҙарына ҡарап, түбән төшөп бара. Ул хәҙер беҙгә ҡарай, артына әйләнеп көлөп, китеп барған кеүек күренә.

Бөгөн дә эшкә бара алмаған кешеләр ҡапыл ғына ниңәлер, при­ искынан һөҙәкләнеп, юғары күтәрелгән ялан өҫтөндәге ваҡ ҡына ҡайынлыҡҡа ҡарап йүгерешә башланылар.

Уларҙың ашығып йүгереүҙәренә ҡарағанда, ҡайынлыҡ эсендә ниндәй ҙә булһа мөһим бер ваҡиға булыуы күренеп тора ине. Беҙ ҙә палатканан сығып, ашыға-ашыға шулай табан йүгерҙек.

— Нимә бар унда?

Ашығып барыусыларҙың береһе бик ҙур әһәмиәт биреп: — Ат башылай алтын табылған, — тине лә беҙҙе уҙып китте. Икенсе берәүһе: — Үҙен күтәреп тә булмай икән! — тигән һүҙҙе өҫтәне.

— Ат башылай алтын!

Беҙ барыуыбыҙҙы аҡрынайта төштөк тә «ат башы алтын» тура­ һында һөйләшә башланыҡ.

— Нисек табылды икән?

Уны табыусы ниндәй бәхетле кеше!.. Башҡалар бында күгәрсен йомортҡаһы тиклем самородок таба алмайҙар, ә ул кеше «ат башылай» алтын тапҡан!

Халыҡ телендә — «ат башылай алтын бирһәң дә ул эште эшлә­ мәм...» тигән һүҙ йөрөһә лә, ваҡиғала, ер аҫтынан «ат башылай алтын» табылыуына күп кешеләр ышанмайҙар, ә үҙҙәре шулай булһа ла, шуны күрергә ашығып йүгерәләр.

Тауға ҡаршы ашығып бара торғас, беҙҙең хәлдәр бөттө. Ҡайһы берәүҙәр тындары бөтөп, артта ҡала башланылар. Ниһайәт, беҙ бара торғас, ваҡ ҡына ҡайынлыҡ араһындағы ялан ергә барып сыҡтыҡ. Унда йыйылған халыҡ төркөмө түңәрәкләнеп, иҫтәре китеп ҡарашып торалар. Беҙ, кешеләр төркөмө эргәһенә барып етеү менән, «ат башы­ лай алтын»ды тиҙерәк күрергә теләп, ҡыҫыла-ҡыҫыла уртаға индек, һәм күҙҙәребеҙҙе майҙан уртаһына аттыҡ. Иң элек, кескенә майҙан уртаһына йәйелгән ҡып-ҡыҙыл персидский балаҫ өҫтөндә ултырған байҙарға күҙебеҙ төштө. Ни күҙебеҙ менән күрәйек, ысынлап та, байҙарҙың алдында ат башы тиклем ҡыҙғылт һәм ҡытыршы бер таш. Ул ғына түгел, шул ҙур киҫәк эргәһендә йоҙроҡ һәм унан кескәйерәк тағы бер нисә киҫәк ҡыҙғылт нәмәләр торалар. Был нәмәләрҙе үҙ күҙебеҙ менән күргәс, беҙҙең ғәжәпләнеү тағы ла артты. Кешеләр алтын киҫәктәрен тағы ла яҡынданыраҡ күрер өсөн бер-береһен этеп алға йылыша башланылар. Ләкин шунда каналға ҡуйылған стражник кешеләрҙе ситкә ҡыуырға кереште. Кешеләр артҡа сикте­ ләр. Беҙҙең күҙҙәр һаман да алтын киҫәктәрендә: уларҙың иң өлкәне, ысынлап та, ат башы самаһында булһа ла, ул саф алтын булмай, тимер 140
Закрыть