Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 138.

Бер ҙә уйламағанда, «Восьмой» приискыһына Троицкиҙа минең менән бер мәҙрәсәлә уҡыған өс шәкерт килеп сыҡты. Улар бер нисә приискыға барып, ҡайһы береһендә юллыҡ һәм ашарлыҡ эшләгәндәр ҙә, йөрөй торғас, бында килгәндәр икән. Уларҙың килеүҙәре минең өсөн бик күңелле булды. Улар приискыға килгәс, йәй тороу өсөн һуң дәрәжәлә күңелһеҙ булған казармала торғолары килмәне. Шуның өсөн, башҡа сезонниктар кеүек, былар ҙа палатка тектереп, землян­ калар артындағы йәшеллеккә палаткалар ҡороп, шунда тора башла­ нылар. Улар мине лә үҙҙәре менән бергә торорға саҡырғанға күрә, Сибғәт бабайҙар менән иҫәп-хисапты өҙөп, мин дә уларҙың палатка­ ларына сыҡтым.

Йәм-йәшел үләңцәр өҫтөнә ҡоролған аҡҡош кеүек кирелеп торған ап-аҡ палаткала тороу, әлбиттә, бик күңеллегә әйләнде.

Минең был яңы иптәштәрем, хәҙергесә әйткәндә, Йылайыр кан­ тонынан, Ирәндек тауҙары тирәһендәге ауылдарҙан башҡорт егеттәре булып, шунан Троицкиға уҡырға барғандар, быйыл ауылдарына ҡайт­ майынса, бында эшкә килгәндәр ине1.

Хәҙер беҙҙең уртаҡ тормош башланды. Аш бешереү һәм сәй ҡайнатыу өсөн алмашлап беребеҙ палаткала ҡала, ҡалғандарыбыҙ эшкә бара инек. Эш булмаған көндө, йыуылған алтын ҡомдары араһынан «самородок» эҙләргә барабыҙ. Унан ялыҡҡас, сахрала йөрөйбөҙ.

Был арала беҙҙең эшһеҙ көндәр байтаҡ булды.

Фәйзулла ҡурай уйнарға оҫта ғына икән. Ул тик тороуҙың күңел­ һеҙлеген ҡаплар өсөн, ҡайҙандыр ҡурай табып алып ҡайтты. Ул үҙенең өҫкө ирене менән ҡурайҙың башын ябып, иренен ҡалтырата- ҡалтырата уйнай. Шакир «Ирәндек» көйөн һәм башҡаларҙы йырлап уға ҡушыла, беҙ уларҙың ҡурай уйнап йырлауҙарын тәрән уйға ҡалып тыңлай инек. Ҡурай, йыр беҙҙең палатка тирәһен йәнләндереп ебәрҙе. Күрше палаткалағы эшселәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, беҙҙең тирәгә йыйылып, күңел аса торған булып киттеләр... Был эш беҙҙең өсөн дә күңелле булып, үҙенә күрә кескәй бер концерт төҫөн ала тор­ ғайны.

* * * 1 Ошо приискыла, унан һуң Орски әйәҙендә алтын разведкаһында бергә йө­ рөгән был иптәштәремде әле лә иҫемдән сығара алмайым. Улар: Фәйзулла, Шакир һәм Лотфулла исемле егеттәр булып, һәр ваҡыт Ирәндек тауын, Ҡыҙыл һыуын һәм Төмәҫ ауылын бик һағынып һөйләй торғайнылар. Фамилияларын белмәйем. Хәҙер уларҙың береһе иҫән булһа, мин уның менән хат яҙышҡан булыр инем. (М. Ғафури иҫкәрмәһе) 139
Закрыть