Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 137.

ҡайтып китте. Уларҙың күңелдәрендә миһырбан булһа, шуны ҡыҙға­ нып ярҙам итерҙәр ине.

— Шундайҙарҙы уйлаһаң, черт возьми, йөрәк әллә ни эшләп китә... — Ул, шул һүҙҙәрҙе әйтте лә, ҡулындағы тәмәке төпсөгөн ергә атып бәрҙе.

Өсөнсө береһе һалмаҡ ҡына тауыш менән: — Юҡ инде, малай, әллә беҙҙең бәхет юҡ, әллә үҙебеҙ берәр нәмәгә төшөнмәгәнгә, шулай кеше һеперткеһе булып йөрөйбөҙ? Ә бына улар, үҙҙәре йылына бында бер тапҡыр килеп ҡарап ҡына китәләр. Шулай ҙа бысаҡтары май өҫтөндә.

Тәмәке төпсөгөн атып бәреүсе: — Нәмә бәхет һөйләп ултыраһың, бәхетте бер кем дә килтереп бир­ мәй уны. Үҙеңә табырға кәрәк. Былтыр ғына теге оҙон буйлы, урыҫсаға оҫта егет беҙгә һөйләй торғайны бит, — тип нимәлер һөйләргә телә­ гәйне, уның иптәше ҡаршы төшөп: — Теге нәмәнең (нарядчикты әйтә) башы ҡарабойҙай һаламы менән ябылған (татарса ла аңлай тип әйтмәксе була), теге егетте лә шул әрәм иттерҙе, тиҙәр бит...

— Тапҡанһың ҡурҡыр кеше, бына миңә бәйләнеп кенә ҡараһын!..

— Ул һинең менән бәйләнеп тормай, тейешле ергә барып әйтә генә икән...

— Әйтһә, сәсрәп китһен. Ҡайҙа булһа ла шунда эшкә ебәрерҙәр, миңә барыбер.

Һүҙ шунда еткәндә, нарядчик сәғәтенә ҡарап: — Ну, егетгәр, һүҙ бөтмәҫ, әйҙәгеҙ эшкә! — тип асыулы тауыш менән әмер бирҙе һәм ҡайһы берәүҙәрҙең эшкә башламай тороуҙарын күргәс: — Йә, нәмә тағы, арҡағыҙға таш аҫҡан кеүек, ҡуҙғалмай тораһығыҙ? Бында аҡыл һатып, һөйләшеп ултырыр өсөн килдек тип белдегеҙме әллә?

Уның был һүҙенән һуң эшселәр бөтәһе лә эшкә керештеләр ҙә, эш аралаш, ҡайһы берәүҙәре уға бәйләнеп тә алдылар. Ләкин был бәйлә­ неш оҙаҡҡа бармай баҫылды, тағы ла элекке кеүек эш башланып китте.

Нарядчик асыулы ҡиәфәт менән, ҡабырғаны арҡыры тешләгән эткә оҡшаған мыйығын бороп, вашгердтар тирәһендә арлы-бирле йөрөргә кереште.

Нарядчик ул бөгөн генә түгел, һәр ваҡыт шулай гөрбөян булып, бөтә эшселәргә асыулы кеүек йөрөй, әгәр ҙә үҙе менән эшселәр араһында талаш-тартыш китһә, тырпайып киткән мыйыҡтарын бороп, арлы-бирле атларға керешә ине. Күрәһең, уның шул сифаты өсөн байҙар ҙа, управляющий ҙа уны ярата торғандарҙыр.

138
Закрыть