Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 136.

һәм эре тоталар, йөҙҙәрендә көләслек йәки хәлдән тайып барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың биттәренән ағып төшкән тирҙәрен күреп, уларҙы ҡыҙғаныу хисе һәм ауыр хәлдә икәнлектәрен аңлап, эштән туҡтатып тороу теләге күренмәй. Улар алдында эшселәр үҙҙәрен ниндәйҙер бер ҡурҡыныс нәмәләр алдында торған кеүек хис итеп, үҙҙәрен байҙарға бурыслы һәм шул бурысты үтәргә тейеш кеүек, айырым бер ҡыҙыулыҡ менән эшләйҙәр.

Күңелдәр, уларҙың тиҙерәк китеүҙәрен, сәғәттәр буйынса һис туҡ­ тауһыҙ эшләп арыған беләктәрҙе ял иттереүҙе көтәләр. Ләкин улар эшселәрҙең, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяҡтан йығылырлыҡ булып арыуҙарын һиҙмәйҙәр, йәки һиҙһәләр ҙә улар менән иҫәпләшергә кәрәк тапмайҙар, ахыры.

Шул арала теге йәшел түбәле өйҙәр яғынан, йәйҙең эҫе көндәренә ҡарап кейенгән, сәскәләрҙән сәскәләргә осоп йөрөгән күбәләктәр кеүек 8—10 йәштәрҙәге ике ҡыҙ йүгереп килделәр. Уларҙы күреү менән байҙарҙың йөҙҙәре көләсләнде, улар килеү менән наҙлыҡ һәм иркәлек күрһәтеп, атайҙарының итәктәренә һарылдылар.

Уларҙың атайҙары арҡаларынан һөйөп, ҡыҙыл ебәк таҫма менән бант яһаған сәстәренән һыйпанылар ҙа: — Былбылдарым, шулай балсыҡ араһында йөрөү яраймы ни? Башығыҙға эҫе ҡабыр бит!.. Бында ниңә килдегеҙ? — тине.

— Әсәйҙәр һеҙҙе көтәләр.

— Ярай, хәҙер!

Шул ҡыҙҙар килгәндән һуң ғына байҙарҙың береһе түш кеҫәһенән алтын сәғәтен алып ҡараны һәм үҙенең туғанына нимәлер әйтте. Шунан һуң ғына улар аҡрынлап алға киттеләр.

Улар киткәс, эшселәрҙең өҫтәренән ауыр йөк төшкән кеүек булып ҡалды һәм улар алыҫлаша төшөү менән һәр кем эштән туҡтап, арлы- бирле һелкеп, талған ҡулдарын яҙҙылар... һәр кем шунда уҡ хәл йыйырға ултырҙы. Тәмәке тартыусылар махорка ҡағыҙҙарын төрә башланылар. Хәл йыйыу араһында һүҙ байҙар тураһында булды. Эшселәрҙән берәү: — Бына күрҙегеҙме?.. Беҙҙең байҙар шулар инде... — тип һүҙ баш­ ланы, һәм уларҙың баҫып торған урындарын ҡулы менән төртөп күр­ һәтеп: — Бына ошонда торғаны, теге алтын сәғәтен алып ҡарағаны, Закир исемле уның, ә тегеһе, теге балаларҙы һөйгәне, Шакир ағай...

Икенсе бер эшсе: — Ну, үҙҙәрен эре күрәләр ҙә һуң... Мин бындай гөрбөян кешеләрҙе күргәнем юҡ. Беҙ Иванов руднигында эшләгәндә хужа, килһә, һис булмаһа башын эйеп иҫәнләшә торғайны... Ә былар, беҙҙе бар тип тә, белмәнеләр. Асыуыңдан шартларһың.

— һинең шартлауыңа уларҙың иҫтәре китер тип беләһеңме әллә? Үткән йыл Вәли ағайҙы балсыҡ баҫып үлтерҙе, улар уға «ә» лә тимәне­ ләр. Еңгә ике балаһын эйәртеп бер нәмәһеҙ, өс йөҙ саҡрым йәйәү 137
Закрыть