Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 135.

эшләтеү — нарядчиктарҙың бурыстары. Байҙар килгәндән һуң был контроллек тағы ла көсәйҙе. Шулай ньгклы контроль аҫтында эш ҡай­ най. Бына бөгөн шулай эш ҡайнап торғанда: — Байҙар килә!.. — тинеләр.

Беҙ башыбыҙҙы күтәреп ҡарағанда, теге йәшел түбәле өйҙәр яғы­ нан байҙар менән управляющийҙар аҡрынлап ҡына беҙ эшләгән ергә ҡарай киләләр ине. Улар беҙгә яҡынлашҡан һайын, нарядчиктың йөҙө үҙгәрә башланы. Эшселәргә күҙҙәре менән бойороҡ биргәндәй булып, төрмә ҡарауыллаған элекке һалдаттарса, вашгердтар тирәһендә арлы- бирле йөрөргә кереште. Ул үҙенең эске тойғоһон, байҙарға ярарға тырышыуын үҙенең эсендә генә һаҡлап тора алманы: — Байҙар килгәндә ҡулдарығыҙ эштә булһын. Улар һеҙҙе күрер өсөн түгел, бындағы эштең порядкаһын ҡарарға киләләр!.. — тип бойороҡ бирҙе, һәм йыуыр өсөн вашгердтар эргәһенә килтерелеп түгелгән алтын ҡомдарын шунда уҡ бер ергә өйҙөрөп ҡуйҙырҙы.

Эшселәр, туҡтауһыҙ рәүештә, айырым бер ҡыҙыулыҡ менән эшкә керештеләр.

Байҙар быуаның теге яҡ башынан башлап, һәр бер вашгерд эргә­ һендә бер аҙ туҡталып, управляющийҙар менән нимә тураһындалыр һөйләшеп бер аҙ торғандан һуң, аҡрынлап алға атланылар. Улар шулай аҡрынлап беҙҙең эргәгә килеп еткәнсе, сәғәттәрсә ваҡыт үтге. Байҙар килгәндә, эшселәр эштә булырға тейеш булғанға күрә, эш туҡ­ тауһыҙ дауам итте. Беләктәр талдылар, күҙ алдары ҡараңғылана баш­ ланы. Йөрәктәр йыш-йыш тибеп, тын алыу ауырлаша башланы.

Улар беҙҙең эргәгә килеп еттеләр ҙә, тағы туҡтанылар. Уларҙың күҙҙәре беҙгә түгел, иң элек, беҙҙең эшкә ташланды. Нарядчик уларға честь биреп, рапорт яһарға әҙер торған бер кеше хәленә төштө. Ул үҙен, ниңәлер улар алдында ғәйепле һанаған бер кеше сифатына инеү менән бергә, үҙенең өҫтөнә йөкләнгән эштәрҙе һуң дәрәжәлә яҡшы башҡарыуын белдерергә теләгән кеүек, бер беҙгә, бер байҙарға ҡараны.

Байҙар, гүйәки бында бер кеше лә юҡ кеүек, тик нарядсының баш эйеүенә ҡаршы эйәктәрен ҡаҡтылар ҙа, эшселәргә бер һүҙ генә лә әйтмәнеләр.

Байҙар икеһе лә кәүҙәгә бер тигеҙ, оҙон һәм пар арғымаҡ кеүек килбәтле, таҙа кешеләр. Уларҙың ҙур, ҡара мыйыҡтары, тулы биттә­ ренә матурлыҡ биреп, байлыҡтарын күрһәтеп торғандай күренә. Өҫ кейемдәре европаса булһа ла, үҙҙәренең татарлыҡтарын, икенсе төрлө әйткәндә, «мосолманлыҡтарын» һаҡлар өсөн, баштарына ҡара түбә­ тәйҙәр кейгәндәр. Уларҙың, шәм кеүек тура булыуҙарынан, һис бер эш менән мәшәҡәт күрмәгәнлектәре беленеп тора.

Эшселәргә улар алдында эштән туҡтарға ярамағанға күрә, эш ғә­ ҙәттәгегә ҡарағанда ла ҡыҙыуыраҡ бара. Тимер иләк өҫтөндәге ваҡ таш ҡатыш балсыҡтар йыуылып ситкә ташланалар. Улар үҙҙәрен бик етди 136
Закрыть